+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
13 Март , 10:00

Минең яҡын дуҫым да

Донъяла унан да яҡшыраҡ кеше юҡтыр. Әсәйем тураһында һүҙем.

Минең яҡын дуҫым да
Минең яҡын дуҫым да

Бик яратам үҙен. Ул күп йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әсәйем – бала кү­ңелле кеше. Шуға ла хеҙмәт юлын балалар менән бәйләгән. Эшендә үҙен ныҡ яраталар һәм хөрмәт итәләр.
Минең әсәйем – уңған хужабикә лә. Уның алтын ҡулдары нимә ге­нә эшләмәй! Тәмле бәлеш, ҡоймаҡ, аш, ҡыҫтыбый һәм бүтән ризыҡ бешерә.
Әсәйемә ярҙам итергә тырышам. Һауыт-һаба йыуыу, туҙан һөртөү кеүек эштәрҙе теләп баш­ҡарам.
Ул – минең иң яҡын дуҫым да. Әсәйемә бөтә серҙәремде һөйләйем. Ҡәҙерлем иң дөрөҫ кәңәш­тәрен бирә. Ул һәр саҡ мине аңлай, һаҡлай һәм йыуата. Оҙаҡ йә­шә, әсәкәйем!


Дарина МОСТОВИК,
I синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы,
Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: