+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
15 Март , 19:11

Рәхмәтуллиндар ҙа бүләкләнде

Яңыраҡ Ишембай ҡалаһында Ғаилә йылын асыу тантанаһы үтте.

Рәхмәтуллиндар ҙа бүләкләнде
Рәхмәтуллиндар ҙа бүләкләнде

Унда Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм "Беҙ бергә" ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре лә ҡатнашты. Был байрамда райондың иң яҡшы бер нисә ғаиләһен  тәбрикләп үттеләр. Улар араһында ғаилә институтын нығытыуға индергән өлөштәре, ғаилә традицияларын һаҡлауҙары өсөн Рәхмәтуллиндар ҙа бүләкләнде.

Айбулат Альберт улы һәм Гөлназ Марат ҡыҙы дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Айназ әле әрме хеҙмәтен үтәй. Азамат Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһында IX синыфта белем ала. Әминә 16-сы мәктәптә өсөнсөлә уҡый. Ә Рамаҙанға 5 кенә йәш әле, балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәс кенә булһа ла "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарып, интернет-конкурста "Иң бәләкәй йырсы" номинацияһында бүләкләнгән. Уны иҫләйһегеҙҙер әле, моғайын.

Әсәйҙәре 25 йыл инде балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй. Маҡар ауылындағы Мәрйәм Солтанованың  музыка мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Әле ул - Ишембайҙа Балалар сәнғәт мәктәбенең Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы базаһындағы филиалы етәксеһе. Улдары Азамат - "Сулпылар" республика телевизион йыр конкурсы еңеүсеһе. Әминә иһә 3 йәшенән бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Атайҙары - полиция капитаны, взвод командиры.
Рәхмәтуллиндар балаларын милли традициялар өлгөһөндә тәрбиәләп, рухлы итеп үҫтерә. Сәнғәт һөйөүсе ғаилә булараҡ танылған улар. Ял ваҡыттарында сәйәхәткә сығырға яраталар. Бергәләп бассейнға йөрөйҙәр. Әлбиттә, бар эште лә күмәкләп башҡарырға өйрәнгәндәр. Балалар бәләкәйҙән ата-әсәһенә ярҙамлаша, эшкә өйрәнә.
Рәхмәтуллиндар ҡала янында үҙҙәре йорт һалып сыҡҡан. Әсәйҙәре ғаиләне билмән, манты, пицца менән һыйлап ҡына тора. Өләсәй-олатайҙарына ла ҡунаҡҡа йыш ҡына баралар. Бигерәк тә гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районын яраталар. Фәимә өләсәйҙәре йыш ҡына килеп, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып тора. Гөлназ Марат ҡыҙына йыш ҡына балаларҙы конкурстарға йөрөтөргә тура килә бит. Өйҙә булмағанда ла балалары өләсәйҙәре менән булғас, күңеле тыныс.

Ошондай матур традицияларҙы һаҡлап, балаларын милли рухта тәрбиәлгән ғаиләләр халҡыбыҙ киләсәген ышаныслы итә лә инде.

Рәхмәтуллиндар ҙа бүләкләнде
Рәхмәтуллиндар ҙа бүләкләнде
Рәхмәтуллиндар ҙа бүләкләнде
Рәхмәтуллиндар ҙа бүләкләнде
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: