+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
22 Март , 15:55

Әсәйҙең ҡапҡаһы ла, күңеле лә һәр ваҡыт асыҡ...

Әсәй менән һөйләшкән саҡта нимәгәлер зарланып ебәрһәм, ул бер үк һүҙҙәре әйтә: “Һинең унда нимә булғаны хаҡында һорашмайым, әммә  йортом ишеге менән ярҙам итә алам”.

Әсәйҙең ҡапҡаһы ла, күңеле лә һәр ваҡыт асыҡ...
Әсәйҙең ҡапҡаһы ла, күңеле лә һәр ваҡыт асыҡ...

Тәүгә ишеткәндә ныҡ ҡына аптырағайным. Әммә әсәйем аңлатты:
 – Һинең тормошоңда төрлө хәлдәр булыуы мөмкин, әммә бер ваҡыт был хәл бөтөнләй булмаясаҡ: минең һиңә ишек асмай ҡалыуым. Шулай булғас, теләһә ҡайһы ваҡытта – арыһаңмы, сирләһәңме, юғалтһаңмы, күңелең ҡалһамы, эш боҙһаңмы, һин хаҡлымы, ғәйеплеме – береһе лә мөһим түгел, нимә эшләргә һәм ҡайҙа барырға тигән һорау тыуһамы – өйгә ҡайт. Миңә! Теләмәһәң, артыҡ һорау биреп тә йонсотмаҫмын. Әммә асыҡ ишек, тәмле аш, йомшаҡ түшәк, йылы ҡараш вәғәҙә итәм...

Бәхет шулай ябай ғына, дуҫтар: ишек асыр кешең булыуҙа!



Лиля Град  (Рәхимә Мусина тәржемәһе).

 

Сығанаҡ:  ***Зөһрә Йондоҙ***

Фото: З.  Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: