+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
29 Март , 11:00

Күңелдәребеҙ гел бергә

Был донъяла һин тип йән атыусы атай-әсәйең, туғандарың булыу - оло бәхет. Ә инде апалы-һеңлеле булыу - яҙмыш бүләгелер ул.

Күңелдәребеҙ гел бергә
Күңелдәребеҙ гел бергә

 Минең өлөшкә лә икеләтә апай булыу бәхете тейҙе.
Ғаиләбеҙҙәге өс баланың иң өлкәне мин. Тәү тапҡыр өс йәшемдә ҡустылы булһам, алты йәшемдә ҡурсаҡ кеүек һеңлем тыуҙы. Ата-әсәйебеҙ беҙгә – “өс таған” кеүек берҙәм, татыу, бер-беребеҙгә терәк булығыҙ, өс таған таймаҫ, тип матур тәрбиә бирҙе. Бөгөн өсөбөҙ өс ерҙә белем алһаҡ та, күңелдәребеҙ һәр саҡ бергә. Ә осрашыуҙар оло байрамға әйләнә. Мин – Стәрлетамаҡта, ҡустым Марсель Владивосток ҡалаһында уҡып йөрөй. Был мәҡәләм ғаиләбеҙҙең кинйәкәйе, иркәбикәһе – һеңлем тураһында.
Әлеге ваҡытта Элина Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының VIII"В" синыфында белем ала. Ун дүрт йәше тулғас та ул ирекмәндәр сафына баҫты. Аҙ ғына ваҡыт арауығында бик күп сараларҙа ҡатнашып өлгөрҙө – “Әйҙә уйнарға” һәм башҡалар. Шул уҡ ваҡытта ял лагерҙарында вожатый, ирекмәндәр лидеры курстарын үтеп, үҙен төрлө яҡтан үҫтерә, камиллыҡҡа ынтыла. "Бигерәк тә "Беренселәр хәрәкәте” проекттарында ҡатнашыуы минең өсөн яңы тойғолар, танышыуҙар, мөмкинлектәр бирҙе”, – ти Элина. Иң мөһиме – уға был йүнәлештә эшләү, эҙләнеү оҡшай. Улар һылыуымдың йәшәйешен сағыу миҙгелдәр менән тулыландыра, тормош һынауҙары алдында баҙап ҡалмаҫмаҫҡа өйрәтә, үҙ-үҙенә ышанысты ғына түгел, талапсанлыҡты ла арттыра.
Ижади күңелле һеңлем үҙен йыр, бейеү сәнғәтендә лә һынап ҡарағаны бар. “Аҡсарлаҡ” балалар ял лагеры командаһы составында КВН уйындарында ҡатнаша. Тиктормаҫ Элинаның ҡыҙыҡһыныуҙары бихисап. Шулай уҡ лидерлыҡ, ойоштороу һәләттәре ярайһы уҡ формалашҡан. Ә артабан ниндәй һөнәр, ҡайһы уҡыу йортон һайлар инең тигән һорауға аныҡ ҡына яуап бирмәй, йылмайып ҡына ҡуя. Беҙҙең ғаиләлә пландар тураһында ҡысҡырып, алдан һөйләп йөрөү юҡ, халыҡ мәҡәле лә “Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта” ти бит.
Апайым, һеңлем тип өҙөлөп торған бер туғандарбыҙ беҙ. Артабан да шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙҙы, серҙәребеҙҙе уртаҡлашып, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәргә яҙһын. Һылыуыма – аҡ бәхеттәр, барлыҡ хыялдарының да бойомға ашыуын, барыр юлдары киң һәм иркен, мөхәббәте үҙенә тиң булыуын теләйем.


Фидалия Әхмәтйәнова,

II курс студенты.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы.

Күңелдәребеҙ гел бергә
Күңелдәребеҙ гел бергә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: