+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
8 Апрель , 16:00

Үҙемде бик бәхетле һанайым

Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип һанайым. Сөнки эргәмдә атайым, әсәйем, ағайым, олатай-өләсәйемдәр бар. Бик татыу йәшәйбеҙ. Ғаиләһеҙ кеше ҡанатһыҙ ҡош кеүек. Һәр кемгә ул кәрәк. Кеше ғаиләһе менән генә көслө була ала.

Үҙемде бик бәхетле һанайым
Үҙемде бик бәхетле һанайым

Әсәйем – инглиз теле уҡытыу­сыһы. Өфөләге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ул үҙ һөнәрен ныҡ ярата, бөтә көсөн биреп башҡара. Үҙен уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик хөрмәт итә. Эшендә уҡытыусы булһа, өйҙә – яғымлы әсә һәм уңған хужабикә. Ул беҙгә дәрес әҙерләргә ярҙам итә, тәмле ризыҡтар менән һыйлай, ҡышын сана-саңғыла шыуырға ла өлгөрә. Минең уға оҡшап уңған, тырыш, яғымлы булғым килә.
Атайым Вилсур Сочи ҡалаһында ит комбинатында эшләй. Ул һөнәре буйынса – колбаса ризыҡтарына фарш әҙерләүсе. Эшен еренә еткереп башҡара, сөнки иттең сифаты өсөн яуап бирә. Һөнәр алғас, атайым Туймазы, Октябрьский ит комбинаттарында эшләгән. Тәжрибә туплау, колбаса ризыҡтарын сифатлыраҡ етештереү ысулдарын асыҡлау өсөн Сочи ҡалаһына ебәрәләр. Ялдарында атайым ҡайтып тора, ә каникулдарҙа беҙ ағайым, әсәйем менән диңгеҙ буйына ял итергә барып киләбеҙ.
Самат ағайым һигеҙенсе синыфта уҡый. Ул бәләкәйҙән үк үҙенең үткерлеге, етеҙлеге менән башҡа егеттәрҙән айырылып торҙо. Шуға мәктәбебеҙҙең кадет синыфында белем ала. Кесе сержант, уҡырға хәрби кейемдә йөрөй. Уҡыуҙа ла, спортта ла иң алдынғы уҡыусылар­ҙың береһе. Синыфташтары менән бергәләп дәрестәрҙән һуң спорт, туризм кеүек түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Башҡортостандың күп ҡалалары буйлап сәйәхәт итәләр. Ә йәй көнө уларҙың командаһы «Авангард» лагерында ял итте. Ағайым: «Киләсәк тормошомдо спорттан башҡа күҙ алдыма ла килтермәйем», – ти.
Үҙем өсөнсө синыфта тырышып ҡына уҡып йөрөйөм. Республика, район, мәктәп күләмендә үткәрелгән барлыҡ конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашырға яратам. Сәнғәт мәктәбендә лә белем алам. Унда матур итеп һүрәт төшөрөргә өйрәнәм. Үҫкәс, мин дә кәрәкле һөнәр эйәһе булып, халҡыма, туғандарыма терәк-таяныс булып йәшәрмен әле.
Олатай-өләсәйемдәр ҙә яратҡан эштәрендә ғүмерҙәре буйы тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә, өлгө булып, әле лә матур итеп донъя көтәләр. Ә беҙ уларҙы яҡшы хәбәрҙәребеҙ менән һөйөндөрөп, гел ярҙам итеп кенә торабыҙ.

Сәминә ӘХМӘТОВА,
йәш хәбәрсе.
Туймазы районы,
Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: