+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
11 Апрель , 12:03

Олатайым һәм өләсәйем менән ғорурланам

8 Март, 1 Май, 9 Май, Ураҙа ғәйете... Яҙ миҙгеле байрамдарға бик бай. Тыуған көндәр, туйҙар, юбилейҙар, иҫтәлекле ваҡиғалар – улар ҙа оноторлоҡ түгел, көтөп алабыҙ.Беҙҙең ғаиләбеҙ Лиза өләсәйем менән Рәмил олатайым Шәретдиновтарҙың ғүмер байрамын – бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыуҙы билдәләне. Әйтеүе генә анһат, ә бит ошо ваҡыт арауығында бик күп эштәр башҡарылған, күпме юлдар үтелгән.

Олатайым һәм өләсәйем менән ғорурланам
Олатайым һәм өләсәйем менән ғорурланам

Улар Тәтешле районының Гәрәбаш ауылында йәшәй. Олата­йым менәм өләсәйем 1974 йылдың 11 мартында өйләнешә. Ике­һе лә хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыға. Олатайым Яңауыл районының Бәҙрәш ауыл хужалығы училищеһында уҡып тракторсы-механизатор һөнәрен үҙләштерә. Әрмегә саҡырылып, 1969 – 1971 йылдарҙа Польшала хәрби бурысын үтәгән. Унан ҡайтҡас, ауылында игенсе-механизатор булып хеҙмәт юлын башлай. Тырышып эш­ләгәне өсөн үҙен район, респуб­лика күп тапҡыр Почёт грамотаһы, Рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләй. Ул 1975 йылда «Социалистик хеҙмәт ярышы» еңеүсеһе була.
Олатайымдың белмәгән эше юҡ. Оҫта итеп мейес сығара, быйма баҫа, ҡулында балтаһы уйнап тора. Хаҡлы ялға сыҡҡас, умартасы һөнәрен дә үҙләштерҙе.
Өләсәйем урта мәктәпте тамамлағас, Пермь ҡалаһына барып заводҡа эшкә урынлаша. Һуңынан килен булып төшкәс, уның тормошо үҙгәрә. Ауылда һауынсы, иҫәпсе булып эшләй. Үҙен ауыл, район советына депутат итеп тә һайлайҙар. Уның хәстәрлеге, тырышлығы менән тыуған ауылына етмешенсе йылдарҙа күтәртелгән шоссе юл һалалар. Ныҡ уңған, тырыш була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн 1980 йылда – «Коммунистик хеҙмәт ударнигы», ә 2005 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.
Ҡул эштәренә лә оҫта өләсәйем. Бигерәк тә бәйләм бәйләргә, сәскәләр үҫтерергә, тәмле итеп төрлө ризыҡ әҙерләргә ярата.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, олатайым менән өләсәйем мал-тыуар ҡарай, ҡош-ҡорт үрсетә, бал ҡорто тота, баҡсаларында төрлө емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Беҙ ял ваҡыттарында ҡайтып, уларға ярҙам итеп торабыҙ. Ҡыуанып ҡаршы алалар.
Күптәргә үрнәк булған олатайым менән өләсәйемә ныҡлы һаулыҡ, парлы оҙон ғүмер теләйем.


Ынйы ЗАКИРОВА, йәш хәбәрсе.
Нефтекама ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: