-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
6 Май , 20:47

Улар менән үткәргән һәр минутығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ…

Әгәр ҙә бар донъя ишетерлек итеп әйтергә мөмкинселегем булһа...

Улар менән үткәргән һәр минутығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ…
Улар менән үткәргән һәр минутығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ…

Беҙҙең ғаилә бик бәхетле,
Татыу һәм матур йәшәй,
Беҙҙе ҡарап үҫтергәнгә
Ҙур рәхмәт һиңә, әсәй.
Әсәй булған ғаиләлә
Татыулыҡ, бәхет була.
Ғаиләбеҙгә ҙур йәм өҫтәй
Минең әсәйем генә.

Ғаилә – ул иң ҡәҙерле, яҡын кешеләр. Минең өсөн ғаилә әсәйҙән башлана. Әсә наҙы, йылыһы, яғымлылығы беҙҙе тәүге көндәрҙән үк уратып ала. Минең әсәйем – иҫ киткес кеше ул! Минең ҡәҙерлем – донъялағы барлыҡ матурлыҡты үҙенә йыйған хискә бай кеше. Ул бер ҡасан да ярҙамға мохтаж кешене кире ҡаҡмаҫ, ғәҙелһеҙлек менән килешмәй, дөрөҫлөк өсөн аҙағына тиклем көрәшергә әҙер. Былар – әсәйемә хас төп сифаттарҙың береһе.

Ауыр тормош йөгө – эштән һуң ашарға әҙерләү, беҙҙе тәрбиәләү, өй эшен эшләргә ярҙам итеү ҙә әсәйемдең иңдәренә төшә. Нисек барыһына ла өлгөрә икән, тип ҡайһы саҡта аптырап та ҡуям, Беҙҙең өйҙә атайыма ла, ағайыма ла, миңә лә, килгән ҡунаҡтарға ла һәр саҡ яҡты ла, йылы ла, рәхәт тә. Мин, әлбиттә, әсәйем үҙе генә шундай ғаилә ҡора алмаҫ ине икәнен аңлайым. Сөнки ғаилә усағы – берҙәм дәүләт ул: уның йәшәү рәүешен билдәләү һәр кемдең бурысы булып тора. Үҙ-ара аңлашып, бер-береңә ярҙам итеп йәшәү мөһим.

Кем ауыр саҡта беренселәрҙән булып ярҙам ҡулын һуҙа – шул иң яҡын дуҫ, тиҙәр. Ә туғандар ярҙамға ғына килеп ҡалмай, шул ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам да итә, шатлыҡтарың булғанда, ихлас шатлана ла. Дуҫтарҙың да төрлөһө була: кемдер һинең ауырлыҡтарыңа ҡыуана, еңеүҙәреңде ҡабул итә алмай. Ғаилә ағзалары, туғандар ғына һәр саҡ беҙҙең өсөн ихлас булалар.

Әгәр ҙә бар донъя ишетерлек итеп әйтергә мөмкинселегем булһа, мин, әлбиттә: “Ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ, яҡындарығыҙҙы яратығыҙ, улар өсөн йәшәгеҙ, – тиер инем. – Хистәрегеҙҙе йәшермәгеҙ, улар менән үткәргән һәр минутығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ. Үпкә һаҡлап йөрөмәгеҙ, сөнки ғүмер бер генә килә, ҡылған ғәмәлдәрҙе төҙәтеү мөмкинселеге ҡабат бирелмәй. Яҡын кешеләрегеҙҙе яңылыш ҡына рәнйетеүҙән дә һаҡланығыҙ!”

 

Азамат ҒИЛМАНОВ, VI синыф уҡыусыһы.

Краснокама районы, Яңы Аҡтанышбаш ауылындағы Хәнәфи Нурғәлиев исемендәге мәктәп.

ФОТО: ya.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: