-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
15 Май , 09:08

Ғаиләм – ҡәлғәм минең!

Муйыл ағасы ап-аҡ сәскәгә төрөнгән мәлдә – май айында беҙҙең ил матур байрам – Ғаилә көнөн билдәләй. Ул бушҡа ғына үткәрелмәй.

Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!

Ғаилә бит – беҙҙең ышаныслы киләсәк, бәхет сығанағы, яҡтылыҡ һәм өмөт, мөхәббәт бөркөп торған усаҡ. Шул усаҡты һүндермәй-һүрелдермәй яндырып тороу – беҙҙең бурысыбыҙ.

Баймаҡ ҡалаһында маҡтап һөйләрлек ғаиләләр бихисап. Әммә бер нисәүһен айырым билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Улар – өлгө алырлыҡ, бар яҡтан да килгән, уңған, тырыш, алға ынтылып йәшәүсе Бикмырҙиндар, Исҡаҡовтар, Рәхмәтуллиндар, Мөхәмәтовтар, Йосоповтар, Мәхмүтовтар, Сәфәрғәлиндәр, Юнысовтар, Ҡотлобаевтар, Ходаковтар. Бер-береһенә ихтирамлы, яғымлы, ипле атай-әсәйҙәр үҙҙәренең балаларына яҡшы тәрбиә бирә.

Был булдыҡлы атайҙар һәм әсәйҙәр – балалар баҡсаһында тәрбиәселәрҙең беренсе ярҙамсылары, кәңәшселәре. Төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар алалар.

Мөхәббәтле, күсле булһын,

Ныҡлы булһын ғаилә усағы!

 

 

Резеда МӨХӘМӘТШИНА,

"Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Баймаҡ ҡалаһы.

Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Ғаиләм – ҡәлғәм минең!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: