-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
16 Май , 18:12

Баш эйәбеҙ

“Матур ғаилә – ил ҡото” тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр, сөнки ғаиләнең әһәмиәте, беҙҙең тормоштағы роле баһалап бөткөһөҙ. Илебеҙҙә халҡыбыҙҙың матур ғаиләләрен барлау, күрһәтеү дауам итеп тора. Ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты һаҡлау буйынса ла күп эштәр башҡарыла.

Баш эйәбеҙ
Баш эйәбеҙ

Ғаиләһендә, өйөндә, эшендә бәхетле булған кешенең күңеле бөтөн, тормошҡа һөйөүе көслө була. Беҙ ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫтек. Атайыбыҙ Миңлеғәле Николай улы, әсәйебеҙ Венера Фазулла ҡыҙы дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре менән бәхетле ҡартатай, өләсәй. Бала саҡтан улар беҙҙе ололарға ихтирамлы, иманлы итеп тәрбиәләнеләр. Шуның өсөн дә беҙ атай-әсәйебеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ, улар алдында баш эйәбеҙ. “Бергәләп эшләнгән эш кенә матур, һөҙөмтәле килеп сыға”, – тип атайыбыҙ беҙҙе гел ҡеүәтләй.

Ошо тормошта беҙҙең аңлаған яҡындарыбыҙ булыуы – үҙе бер бәхет. Ошо бәхеттең ҡәҙерен белеп, тормош юлдаштарыбыҙға, балаларыбыҙға, атай-әсәйҙәребеҙгә һөйөү-ихтирамыбыҙҙы йәләмәйенсә, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәйек, дуҫтар! 

 

Нурзиә МӘХИЙӘНОВА, тәрбиәсе.

Баймаҡ ҡалаһы, "Йондоҙло" балалар баҡсаһы. 

Баш эйәбеҙ
Баш эйәбеҙ
Баш эйәбеҙ
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: