Яңыраҡ «Минең ғаиләм» тигән конкурс үтте. Унда өс ғаилә ҡатнашты: Кожевниковтар, Сәлимгәрәевтәр, Рәхмәтуллиндар.
Конкурс дүрт этаптан торҙо. Ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырҙы, шәжәрәләре, яратҡан ризыҡтары тураһында һөйләне. Сәнғәт буйынса һәләттәрен дә күрһәттеләр.
Һәр ғаилә яҡшы әҙерләнгәйне: яратҡан шөғөлдәре, нәҫел ептәре, ғаилә йолалары тураһында һөйләнеләр, йырҙар, бейеүҙәр бүләк иттеләр. Һәр береһе иҫтәлекле бүләктәр, дипломдарға лайыҡ булды.
Конкурста ҡатнашҡан һәр ғаиләгә берҙәмлек,татыулыҡ теләйбеҙ, ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Сараны үткәреүҙә әүҙемлек күрһәткән тәрбиәселәр, музыка етәкселәре, жюри ағзалары ла маҡтауға лайыҡ. Илебеҙ ныҡлы, матур, берҙәм ғаиләләр менән көслө.
Гөлнара ТЕМИРОВА,
музыка етәксеһе.
Өфө районы.