-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
28 Июнь , 19:00

Бәхетле ҡатын булыу серҙәре

Батшабикә булғың килһә, хәләл ефетеңде батша, тип хис ит. Уны тыңларға өйрән.

Бәхетле ҡатын булыу серҙәре
Бәхетле ҡатын булыу серҙәре

Ир алдынан йүгереп барма. Ғаилә башлығы итеп күр уны. Мөһим мәсьәләләрҙе ир кеше хәл итһен.
Хәләл ефетеңде эштән яҡты йөҙ, таҙа һәм ыҫпай кейемдә ҡаршы ал. Матур ҡатын алдында ирҙәр батырыраҡ, ихтирамлыраҡ, йомартыраҡ булып китә.
 Ғауға ҡуптарыу, сәбәләнеү, үсегеү – йәмһеҙ күренештәр. Ҡатын-ҡыҙ тыныс һәм сабыр булһа, ир ҙә бушҡа тауыш күтәрмәҫ. 
 Ирегеҙ яратмаған йә уның организмына ярамаған аҙыҡтар әҙерләмәгеҙ. Һеҙҙең маҡсат – ирҙең ашҡаҙанын нимә менән булһа ла тултырыу түгел. Нәзәкәтле һәм файҙалы ризыҡтар әҙерләгеҙ.
 Гел генә ирҙән бүләк һәм сюрприз көтмәгеҙ. Күп ирҙәрҙә ундай ғәҙәт юҡ. Ҡатын-ҡыҙ үҙе өлгө булып торорға тейеш. Яйлап шунан ир ҙә өйрәнәсәк иғтибарлы булырға.
Ҡатын – ирҙең ғорурлығы. Уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ, бигерәк тә  дуҫтары алдында.
 Ирҙең тормошон еңеләйтер урынға, ҡатмарлаштырып торған ҡатынға хөрмәт булмаҫ.
 Эштән арып ҡайтҡан иргә ғаилә проблемаларын һөйләү кире һөҙөмтә генә бирәсәк. Уңайлы ваҡытты көтөгөҙ.
 Хәләл ефетегеҙҙе кешенеке менән сағыштырмағыҙ. Ул – һеҙ үҙегеҙ һайлап алған тормош юлдашы.
 Уның етешһеҙлектәрен кеше алдында тикшермәгеҙ. Үҙенә генә йомшаҡ итеп еткерегеҙ.
 Кәрәк саҡта дуҫ та, әсәй ҙә булығыҙ ирегеҙгә. Улар йәлләгәнде, маҡтағанды, һөйгәнде, башынан һыйпағанды ярата. Ул һеҙгә ҡарата йомшаҡ булһын тиһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә йомшаҡ булығыҙ.
 Өй һәр ваҡыт таҙа, ашарға һәр ваҡыт бешкән, ҡатын һәр ваҡыт бөхтә һәм яғымлы булһа, ир ҙә ҡәнәғәт һәм бәхетле тойор үҙен. Ҡайтырға атлығып торор.
 Хәләл ефетеңдең  туғандарын хөрмәт ит. Бер ҡасан да улар тураһында ғәйбәт йә насар һүҙҙәр һөйләмә.

Сығанаҡ: "Тамаша" журналы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: