+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
16 Июль , 12:00

"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"

Исламбайҙа күп балалы тырыш ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе менән танышып үтәйек әле. Резеда һәм Ғәзим Мырҙағоловтар ғаиләһендә биш бала үҫә.

"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"

Илгинә VI синыфты тамамлаған. Тырышып уҡый. Өйҙә ҙур ярҙамсы. Бәләкәс ике йәшлек һеңлеһе Илзирәне ҡараша. Йорт эштәрен эшләшә. Бешеренеүгә оҫта: өйҙәгеләрҙе кекс, ҡоймаҡ, пицца менән һыйлай. Тағы бер яратҡан шөғөлө – мәрйендән, эпоксид ыҫмаланан төрлө биҙәүестәр эшләү.

Икенсе ҡыҙ Гөлзиәгә 12 йәш, алтынсы синыфҡа бара инде. Ул да апаһынан ҡалышмай, ата-әсәһенә өй эштәрендә ярҙам итә. Иң яратҡаны – китап уҡыу. Хатта интернеттан яҙҙырып ала. Гөлзиә һүрәт төшөрөргә лә оҫта, анимелар эшләргә ярата.

Рәдиф һәм Рәзиф – игеҙәктәр. Уларға – туғыҙ йәш. Лего менән уйнарға яраталар. Өйҙә лә бына тигән ярҙамсы булып үҫеп киләләр. Күберәк тыштағы эштәрҙе башҡара улар. Малдарҙы алып ҡайтып ябалар, һарайҙы ла таҙарталар. Ҡыштарын быҙауҙарға бесән һалалар. Бына шулай барыһының да яратҡан шөғөлдәре бар, хужалыҡта ярҙам итеп, эшкә өйрәнеп үҫәләр.

– Ете йәштәренән игеҙәк улдарымды еләккә алып йөрөйөм. Ауылдан йыраҡ түгел ҡайын еләге түшәлеп ята. Ҡыҙҙар бәләкәс һеңлеләре менән өйҙә ҡалып тора. Шулай бер-береһен ҡарашып, бер-береһенә ярҙамлашып үҫеп киләләр, Аллаға шөкөр, – ти Резеда Рәмзи ҡыҙы. Ул – балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ғәзим Нәғим улының үҙ эше бар. Күпләп мал аҫырап, һөтөн эш итеп йәшәйҙәр. Ҡышҡылыҡҡа еләк-емешен йыйып ҡуялар.  

Шуныһы йәл, ауылдарында һыу инерлек йылға юҡ. Шуға ла өләсәләре йәшәгән Әбделмәмбәт ауылына ла ашҡынып тора балалар. Ә унда – Үҙән йылғаһы. Аталары елдертеп кенә алып барып ҡуя. Тик быйыл һауа шарттары насар шул, туфан һыуы ҡалҡамы ни ҡойма ямғырҙарҙан һуң?! Бер ҙә генә рәхәтләнеп йөҙөрлөк түгел. Әлдә өй янында ғына яһалма бассейндары бар әле, көн эҫе булһа, балалар шунда рәхәтләнә.

Фотолар ғаилә архивынан.

"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
"Беҙ биш бала үҫәбеҙ"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: