Беҙҙең ғаилә бик бәхетле,
Татыу һәм матур йәшәй.
Беҙҙе ҡарап үҫтергәнгә
Ҙур рәхмәт һиңә, әсәй.
Әсәй булған ғаиләлә
Татыулыҡ, бәхет була.
Ғаиләбеҙгә ул йәм өҫтәй,
Өйөбөҙ нурға тула.
Ғаилә – ул беҙҙең өй, ата-әсә, балалар, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Минең өсөн ул әсәйҙән башлана. Юҡҡа ғына үҙен йәшәү сығанағы булған ҡояшҡа тиңләмәйҙәр бит. Һәр беребеҙ тыуғандан уҡ әсә наҙын, йылыһын, яғымлылығын тойоп үҫәбеҙ.
Мин дә донъямды әсәйһеҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Әлдә эргәмдә ул бар, тип ҡыуанам. Ул шундай яғымлы, һөйкөмлө, алсаҡ, изге күңелле. Мохтаждарға ярҙамсыл, ғәҙеллекте ярата, уның өсөн аҙағына тиклем көрәшергә әҙер бит үҙе.
Әсәйемдең эшһеҙ торған сағын күргәнем юҡ. Ҡайһы саҡта аптырап та ҡуям: нисек бөтәһенә лә өлгөрә икән? Шуға ла үҙенә ярҙам итергә тырышабыҙ.
Ғаиләбеҙ татыу, берҙәм. Үҙемде бәхетле һанайым.
Азамат ҒИЛМАНОВ.
Краснокама районы, Яңы Аҡтанышбаш ауылындағы Хәнәфи Нурғәлиев исемендәге мәктәп.