Алыҫ араларҙы яҡынайтып,
Ашҡынамын, әсәй, яндарыңа.
Сәйҙәр яһап көтөп тороуың
Бәхет түгелме ни был донъяла?
Әсәкәйем, терәк-таянысым,
Янда булғаныңа рәхмәтлемен!
Һинһеҙ тормош йәмһеҙ, күңелһеҙ,
Һинең менән генә бәхетлемен.
Ҡайҙа ғына, әсәй, йөрөһәк тә,
Һин һәр ваҡыт минең күңелдә.
Уйҙарыбыҙ беҙҙең гел бергә,
Ә һин – йөрәгебеҙ түрендә.
Әлдә өс ҡыҙың – өс терәгең бар,
Онотма һин, әсәй, шуны.
Матур гөлләмәңдә һәр саҡ
Өс сәскә бар һинең яҡлы.
Диниә САФИНА.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
ФОТО: yandex.ru.