-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Сентябрь , 12:05

Өс малай өс таған булһын

Балаҡатай районында ла матур ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе – Яңы Балаҡатай ауылында донъя көткән Дилмөхәмәтовтар.

Өс малай өс таған булһын
Өс малай өс таған булһын

 Дилара Даян ҡыҙы менән Эдуард Ғәфүрйән улы өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Эльмир VII Шайморатов синыфында уҡый, Данил – дүртенселә, ә кескәй Дәмирхан балалар баҡсаһына йөрөй.
– Атайҙары Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләгәс, улдарым – төп ярҙамсыларым. Баҡса үҫтерәбеҙ, йәшелсә, емеш-еләк үҙебеҙҙеке, ҡош-ҡорт тотабыҙ, – ти Дилара Даян ҡыҙы. Ул үҙе – 1-се мәктәптә музыка уҡытыусыһы. Эльмир күберәк тыштағы ирҙәр эшен башҡарһа, Данил өйҙә ярҙам итә. Ҡыҙҙар эше тип тормай, барыһын да эшләргә тырыша. «Хатта ҡайһы саҡ үҙе теләп ҡоймаҡ та ҡойоп ҡуя. Үҙ аллы булып үҫһендәр әйҙә, тыймайым», –тип ҡыуана әсәй кеше.
Малайҙар тырышып белем ала. Көрәш секцияһында шөғөлләнәләр. Тренерҙары – Рөстәм Ҡазырбаев. Бәйгеләрҙә ҡатнашып, районда беренселекте алып йөрөйҙәр. Яңыраҡ район буйынса үткән «Ҙур ғаилә ярыштары»нда III урын яулағандар.
Иман барҙа – әхлаҡ бар. Һуңғы йылдарҙа күп милләттәштәребеҙ дин юлына баҫа. Дилара Даян ҡыҙы ла Сәлиә Мөхәмәт­ғәлина телеграм-каналында алып барған дәрестәрҙә ғәрәп телен, ислам нигеҙҙәрен өйрәнә. Ғаиләһен дә дини йолаларыбыҙға ылыҡтыра. Ауылда үткәрелгән дини мәжлестәргә аш-һыу әҙерләп, ихлас ҡатнашалар.
– Улдарыбыҙҙың һау-сәләмәт, тәүфиҡлы, аҡыллы булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ, – ти әсәләре. Әйткәндәй, малайҙар ике яҡтан да өләсәй, олатайҙары менән йыш аралаша. Яныбай ауылында йәшәгән Рәмзилә Әхәт ҡыҙы менән Даян Шәрип улы, Ләүәлдә торған Миндегөл Авзал ҡыҙы менән Ғәфүрйән Рәхимйән улы ейәндәрен бик ярата. Тәрбиә дәрестәрен, кәңәштәрен биреп торалар. Балалар йәйҙәрен уларға көтөүен дә көтөшә, бесәнен дә әҙерләшә. Шулай ауыл эштәрен белеп үҫәләр.
Атайҙарының ялында иһә уға йорт-ҡураны төҙөкләндереүҙә һәм башҡа эштәрҙә ярҙамлашалар. Улдарын төрлө эш ҡоралдарын нисек тотонорға ла өйрәтә егәрле ғаилә башлығы.
Дилмөхәмәтовтар бергәләп Башҡортостандың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәттәргә сыға. Йәй көнө Нөгөш һыуһаҡлағысын күреп ҡайтҡандар. Үҙҙәренең тыуып үҫкән ерҙәре лә бик матур уларҙың. Тәбиғәте һоҡланғыс. Бейектау, Ҡаҡтау, саф һауа. Ә йырҙарҙа йырланған Ыҡ йылғаһында йәйҙәрен рәхәтләнеп һыу инәләр.
Ғаилә ауыл тормошонда, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Дилара Даян ҡыҙы үҙе видеомонтаж буйынса дәрестәр ҙә ойоштора. Тамбурлы сигеүҙе ярата. Баянда, думбырала, ҡумыҙҙа уйнай.
Һәр яҡлап балаларына өлгө булырға тырыша атай менән әсәй. Был татыу, матур ғаиләгә киләсәктә лә яҡындарын, райондаштарын ҡыуандырып, республикабыҙҙың данын күтәреп йәшәргә насип итһен, Алла бирһә.

Фотолар ғаилә архивынан.

Өс малай өс таған булһын
Өс малай өс таған булһын
Өс малай өс таған булһын
Өс малай өс таған булһын
Өс малай өс таған булһын
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: