– Ана, диңгеҙ пехотаһы, кавалерия взводы расчёты, шайморатовсылар, махсус хәрби операция яугирҙары...
11 йәшлек Самираның хәрби төшөнсәләрҙе яҡшы белеүе, бының менән ҡыҙыҡһыныуы ғаиләнән килә. Атаһы Айҙар Әмир улы – отставкалағы майор, әсәһе Зөһрә Рәсүл ҡыҙы – полиция капитаны. Самира – ғаиләлә өсөнсө һәм иң кесе бала, Өфөләге 108-се мәктәптә V синыфта уҡый, каратэ менән шөғөлләнә. Уның Дауыт ағаһы менән Әҙилә апаһы бар.
Атайҙың һүҙе – абруйҙың үҙе, тигәндәй, Юлдыбаевтар ғаиләһендә атай кешенең әйткәне – ҡанун. Хәрби булараҡ, Айҙар Әмир улы балаларын тәртипле, теүәл, йыйнаҡ булырға, ҡушылған эште ваҡытында үтәргә өйрәтә. Ҡыҙҙары һәм улының спорт менән шөғөлләнеүенә лә ҙур иғтибар бүлә, ул кешелә рух көсөн нығыта, тип иҫәпләй. Үҙе лә, ҡарлы буран йәки ҡойма ямғыр булһынмы, көн дә тышта мотлаҡ бер нисә саҡрым йүгерә.
Тағы ла Айҙар Әмир улы балаларын туризмға ылыҡтырған. Йәй еттеме, Юлдыбаевтар күмәкләшеп Башҡортостандың тау-ҡаяларына үрмәләй, мәмерйәләрҙе һәм шарлауыҡтарҙы барып күрә, урманда палатка ҡороп ял итә. Ә шулай ҙа балаларының яратҡан урыны – өләсәләре йәшәгән Алға ауылы. Ул йырҙарҙа данланған Асылыкүл буйында урынлашҡан.
Был ғаиләлә илһөйәрлек буш һүҙ түгел. Айҙар Әмир улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға әүҙем ярҙам итә. Улы Дауыт та был изге эштән ситтә ҡалмай.
Нурзиә ХӘСӘНОВА.
Автор фотоһы.