-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
31 Октябрь , 17:30

Бәхетлемен!

Мин хәҙер Аҡъярҙа уҡып йөрөйөм, ә Диана апайым менән Нурислам ҡустым Әбүбәкерҙә белем ала.

Бәхетлемен!
Бәхетлемен!

Атайым һаҡсы булып эшләһә, әсәйем – хужабикә. Уларҙы мәктәптән һағынып ҡайтам.
Беҙҙең ғаилә бик татыу һәм тырыш. Апайым менән әсәйемә ярҙам итәбеҙ: өҫтәл йыябыҙ, һауыт-һаба йыуабыҙ һәм өй йыйыштырабыҙ. Ә атайым менән ҡустым малдарҙы ҡарай, ишек алдын тәртиптә тота.
Бөрйән районы Әтек ауылында минең яратҡан олатайым менән өләсәйем йәшәй. Беҙ һәр йәй һайын улар янына ял итергә барабыҙ. Миңә Бөрйәндең урман-таулы тәбиғәте ныҡ оҡшай. Әлбиттә, үҙебеҙҙең Хәйбулланы ла яратам.
Мин үҙемде бәхетле һанайым.

Гөлсинә АТАНОВА, V синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылындағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: