-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
31 Октябрь , 20:32

Татыу йәшәйбеҙ

Атайым, әсәйем, ағайым, ҡустым һәм мин. Беҙ бишәүбеҙ, татыу­быҙ, бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ.

Татыу йәшәйбеҙ
Татыу йәшәйбеҙ

Үҙем ауылыбыҙҙағы былтыр ғына асылған полилингваль мәктәптә белем алам. Тырышып уҡыйым, һынатҡан юҡ. Белем усағыбыҙ ныҡ матур, шундай ҙур үҙе. Заманса итеп йыһазландырылған, белем алыу өсөн бөтә шарттар бар. Ағайым, ҡустым менән мәктәпкә бергә барабыҙ, бергә ҡайтабыҙ.
Өйҙә беҙҙе тәмле аштары менән әсәйебеҙ көтөп тора. Ул кешеләргә хиджама эшләй, шулай уҡ һабын ҡайнатыу менән мауыға. Ә атайым күрше Бүребай ауылында машина йөрөтөүсе булып эшләй.
Мин ғаиләмде ныҡ яратам.


Тимерхан СУРИН, V синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылындағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: