+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ғаилә усағы
19 Ғинуар 2025, 16:16

Өләсәйем – Герой-әсә

Һеҙгә үҙемдең ҡартөләсәйем тураһында һөйләйем әле. Олатайымдың әсәһе ул.

Өләсәйем – Герой-әсәӨләсәйем – Герой-әсә
Өләсәйем – Герой-әсә

Ҡартөләсәйемдең исеме – Рәшиҙә. Хозур тәбиғәтле Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылында 1934 йылдың 1 июлендә донъяға килгән. 90 йәштә ул. Ауылыбыҙҙың иң оло һәм иң хөрмәтле кешеләренең береһе.
Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ҡартөләсәйем шул мәлдәрҙе күҙ йәштәре аша иҫенә төшөрә. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Колхоз сөгөлдөрөн утап, йүкә ағасынан ҡап һуғып, һалабаш ҡуптарып көн итәләр. Мәктәпкә йөрөп белем үҙләштерә алмағандар.
Ҡартолатайым менән улар бергә 63 йыл буйына иңгә-иң терәшеп, татыу донъя көтә. 12 балаға ғүмер биргәндәр. Уларҙың барыһы ла үҙ аллы тормош ҡорған. Әлеге көндә ҡартөләсәйем иң бәхетле кешелер, тип уйлайым. Сөнки уның 94 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар. Ошо балаларынан ҡәҙер-хөрмәт күреп тора.
Мин дә үҙен ныҡ яратам. Каникулға ҡайтҡан һайын күстәнәстәремде алып, янына хәлен белешергә барам. Унан ауылыбыҙ тарихын һөйләтеп, үҙемә файҙалы мәғлүмәттәр туплайым. Әлегеләй бәхетле мәлебеҙ оҙағыраҡ булһын, ҡартөләсәйем һау ғына булһын инде, тип теләп кенә йөрөйөм.


Әлфинур ВӘХИТОВА, йәш хәбәрсе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 2-се интернат-лицей.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас