+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ғаилә усағы
20 Ғинуар 2025, 05:00

Балаңа һин ҡармаҡ тоттор

Балаға байлыҡ ҡалдырыу –

Балаңа һин ҡармаҡ тотторБалаңа һин ҡармаҡ тоттор
Балаңа һин ҡармаҡ тоттор

Кем өсөндөр  – ғорурлыҡ.
Иманлы кәңәшең ҡалһын,
Уға үрнәк булырлыҡ.

Атай малы  – ҡәҙерһеҙ ул  –
Үҙең тапҡан мал түгел.
Тир түгеп, эшләп тапмағас,
Атайҙыҡы йәл түгел...

Хеҙмәт ҡуйып, эшләп тапҡан
Ҡәҙерле лә, яҡын да.
Тырыш бала ғына белә
Ата-әсә хаҡын да.

Балаңа һин ҡармаҡ тоттор,
Балыҡ тотоп ҡалдырма.
Эшләп ашағанда ғына,
Тормошта йәм табыла!

 

Айһылыу Кәлимуллина-Фазлыева.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас