+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ғаилә усағы
12 Февраль 2025, 06:11

Герой-әсә исеме бирелгән

Ил Президенты Владимир Путин Кушнаренко районынан Флүрә Фәттәховаға Герой-әсә исеме биреү тураһында Указға ҡул ҡуйған.

Герой-әсә исеме бирелгәнГерой-әсә исеме бирелгән
Герой-әсә исеме бирелгән

Флүрә апай үҙе лә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән һәм тормош иптәше Вәзих ағай менән алты улға, дүрт ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Балалары белем алып, төрлөһө төрлө өлкәлә эшләй инде. Фәттәховтарҙың 20 ейән-ейәнсәре, 1 бүләһе бар. 

Әйткәндәй, Герой-әсә исеме Советтар Союзында 1944 йылда булдырыла. 1995 йылға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса был исемгә 431 мең тирәһе ҡатын лайыҡ була. 

2022 йылдан награда яңынан тергеҙелде.

Фото: vk.com.

Герой-әсә исеме бирелгән
Герой-әсә исеме бирелгән
Герой-әсә исеме бирелгән
Автор:
Читайте нас