+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ғаилә усағы
21 Февраль 2025, 20:05

Бер ғаиләнән – өс йәш хәбәрсе

Ғаиләлә өс бала тәрбиәләп, уларҙың барыһын да «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе итеп үҫтереү өсөн ата-әсәнең иғтибарлы, ныҡышмал, талапсан булыуы бик мөһимдер, тип уйлайым. Сөнки маҡсатҡа ирешеү өсөн бик ҙур сабырлыҡ һәм тырышлыҡ кәрәк. Бөгөнгө һүҙебеҙ тап шундайҙарҙың береһе – элекке йәш хәбәрсебеҙ, Туймазы районы Бишҡурай мәктәбенең башҡорт һәм урыҫ телдәре уҡытыусыһы Ләлә Абзалованың күркәм һәм өлгөлө ғаиләһе хаҡында.

Бер ғаиләнән – өс йәш хәбәрсеБер ғаиләнән – өс йәш хәбәрсе
Бер ғаиләнән – өс йәш хәбәрсе

Ләлә Абзалова менән  студент саҡта Ҡырымдың Ялта ҡалаһында төҙөлөш отрядында  бергә булырға тура килгәйне. Шунда ла Ләләнең тырышлығы, һәр эште еренә еткереп башҡарыуы хәтерҙә ҡалған. Уның студент йылдарында уҡ ғаилә ҡорорға әҙерлеге лә күренә ине инде. Йорттоң уңған хужабикәһе хәтирәләргә бирелеп:
– Был донъяла үҙеңдең икенсе яртыңды осратыу, ғаилә ҡороу һәм ғүмер буйы һөйөп-һөйөлөп йәшәү – үҙе ҙур бәхет! Беҙ Әлмир менән ул әрме сафынан отпускыға ҡайтҡан саҡта танышҡайныҡ. Шунан һигеҙ ай хат алыштыҡ. Ул Төньяҡ Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итә ине. Һыу аҫтында ай буйы йөҙгәс, яҙған хаттары йыйылып килә торғайны. Үҙем мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына  уҡырға индем. Ә һөйгәнем хеҙмәтен тултырып ҡайтты ла ошо уҡ юғары белем усағының химия факультетында уҡыуын дауам итте. Өс йыл матур ғына осрашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Бер йылдан Азамат улыбыҙ тыуҙы. Иптәшем төшкә тиклем баланы үҙе ҡараны. Мин дәрестән ҡайтып етеүгә, ул уҡырға йүгереп сығып китә ине. Улыбыҙ ҙа тыныс булды, сессия ваҡытында имтиханға таңға  тиклем әҙерләнә торғайныҡ. Ә икенсе улыбыҙ Айзат мәктәптә уҡыта башлағас тыуҙы. Азамат ике йыл буйы көн дә ҡусты таптырҙы. Бер мәл: «Бәпәй алырға аҡса юҡ бит», – тигәс, пультлы машина алам, тип йыйған бөтә аҡсаларын килтереп тотторҙо. «Атай, ҡабыҙ тиҙерәк машинаны, бәпәй алырға барабыҙ», – тип кейенергә тотоноуы әле лә хәтерҙә... Ҡустыһы тыуғас, шул тиклем шатланды! Гел генә ҡарап ҡына торҙо Айзатты. Икәүләп балалар баҡсаһына йөрөй башлағас та ҡустыһын күҙҙән ысҡындырманы. Уның  иғтибарлы булыуын тәрбиәселәр һоҡланып һөйләй ине. Үҫә төшкәс тә улдарыбыҙ үҙ-ара ла дуҫ булды. Әле лә бер-береһенә – терәк-таяныс.
Йорт һалып сыҡҡас, Айгизә ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Азамат улым Өфөлә уҡығанда, һеңлеһен һағынып, аҙна һайын ҡайта торғайны. Уйынсыҡтарҙың иң матурын һатып ала ине. Айзат та һеңлеһен ихлас ҡарашты. Үҙемә, дүрт айлыҡ баланы өйҙә бала ҡараусы ҡыҙға ҡалдырып, эшкә сығырға тура килде.  Шунда Айзат улым ҙур ярҙамсым булды. Ул дәрестәре бөтөү менән өйгә йүгерә ине.
Хәҙер ҡыҙым Туймазы ҡалаһында медколледжда уҡый. Айзат Октябрьскийҙа йәшәй, газ буйынса һөнәр һайланы. Һеңлеһен  дә ҡарарға ваҡыт таба. Ҡыҙым ике ағаһына арҡаланып, иркәләнеп кенә тора.
Азамат улым, беҙҙең кеүек, студент саҡта уҡ ғаилә ҡорҙо. Гөлзифа киленебеҙ менән Айгөл һәм Рамаҙанға ғүмер бүләк итеп, Өфөлә матур итеп йәшәйҙәр, – ти ул.
Ләлә ханымдан: «Нисек итеп өс йәш хәбәрсе тәрбиәләнегеҙ», – тип ҡыҙыҡһынам.
– Бының сере юҡ инде. Бәләкәйҙән гәзит-журналдар  уҡып үҫкәс, был шөғөлөбөҙҙө онота алманыҡ. Мин үҙем мәктәптә эшләгәндә лә «Йәншишмә» гә  мәҡәлә яҙыуҙы  дауам иттем. Балалар барыһын күрә, беҙгә эйәреп гәзит уҡый. Шулай улар ҙа әкренләп яҙыша башланы. Азамат улым, һәр ваҡыттағыса, үҙенә талапсан булды. Яҙғандарын  миңә лә күрһәтеп ала. Тикшерә, ҡабат-ҡабат күсереп яҙырға яратты. Шау-гөр килеп, гәзит-журналдарҙағы мөхит менән дә бергә йәшәнек. Хатта ҡайһы мәл төрлө мәҡәләләрҙе тикшереп, үҙ-ара бәхәсләшеп тә китә инек. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең өйҙә гел ижади эшкә ҡарата яҡшы һәм йылы мөнәсәбәт булды. Үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләштек. Бына шулай гәзиттең ғаиләгә тәрбиәүи роле  ҙур бит ул. Балаларым редакция ойошторған төрлө конкурс, бәйгеләрҙә ҡатнашып торҙо. Үҫә барҙылар, бер-береһенән үрнәк алып, йәш хәбәрсе була торҙолар, – тип ғорурланып һөйләй әсәй кеше.
Эйе, Абзаловтар ғаиләһендә матбуғатҡа ҡарата ыңғай ҡараш булғас, ана, II синыфта уҡыусы ейәнсәрҙәре Айгөл дә хәҙер гәзиткә мәҡәлә яҙа, һүрәт төшөрөп ебәрә. Берәү әйтмешләй, ҡулында гәзит булған кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай,  тик ҡыйыу алға бара ул.
Дуҫтар, бына шулай беҙҙең «Йәншишмә» гәзите – ижадҡәр шәхес үҫтереү майҙаны ла икәнен  онотмайыҡ. Девизыбыҙ ҙа: «Киләсәк һинән башлана» бит.


Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас