Атайым – уңған, тырыш кеше. Белмәгән эше юҡ! Һөнәрҙәрен һанап бөтөрөп тә булмай. Бөтә ергә өлгөрә. Әсәйемә, тыуғандарыбыҙға, ауылда нәнәйемдәргә лә ҡайтып ярҙам итә. Берәй әйбер боҙолһа, тиҙ генә эшләп тә ҡуя.
Беҙҙең ғаиләлә төп һүҙҙе атай әйтә. Һорауҙар килеп сыға икән, атайҙан кәңәш һорайбыҙ. Эштән арып ҡайтһа ла, кистәрен беҙҙең менән шахмат, шашка уйнай, миңә өйгә эштәр эшләшә.
Атайым – минең өсөн һәр ваҡыт терәк. Атайлы булған өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙ уны ныҡ итеп яратабыҙ!
Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының II синыф уҡыусыһы.