+13 °С
Ясно
VKOKМакс
Ғаилә усағы
7 Марта 2025, 10:15

Беҙҙе көтөп кенә торалар

Кешенең ата-әсәһенән башҡа тағы ла иң яҡын терәк-таяныс­тары була. Улар – олатай һәм өләсәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙе көтөп кенә тораларБеҙҙе көтөп кенә торалар
Беҙҙе көтөп кенә торалар

Минең дә әсәйем яғынан өләсәйем Рүзилә Зәйнетдин ҡыҙы Зәйнетдинова – иң яҡын, ҡәҙерле кешеләремдең береһе.
Ул Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуған. Быйыл сентябрҙә етмеш йәшлек күркәм юбилейын билдәләйәсәк. Олатайым Ғилман Вилдан улы менән тыуған ауылдарында төпләнеп, ғүмер итәләр. Өләсәйем колхозда кассир-бухгалтер булып эшләгән. Дүрт бала үҫтерәләр. Улар­ҙың бергә йәшәүҙәренә ҡырҡ һигеҙ йыл тула. Әле ете ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Өләсәйемдәр беҙҙе һәр ваҡыт һағынып ҡаршы ала. Ялдарға, каникулдарға ҡайтыуыбыҙҙы тәмле аштар бешереп көтөп торалар. Атайым ситтә эштә саҡта өләсәйем Өфөгә беҙҙе ҡарашырға ла килә, әкиәттәр һөйләй. Уның олатайым менән бергә-бергә оҙаҡ йылдар иҫән-һау йәшәүҙәрен теләйем.


Алтынай УРМАНШИНА,
йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге
20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас