Әсәйемдең исеме – Луиза. Мин үҙен шул тик лем ныҡ яратам. Ул мине «ҡолонсағым» тип кенә йөрөтә. Бик аҡыллы, эшһөйәр, яғымлы кеше инде үҙе. Тәмле итеп сәк-сәк, бауырһаҡ, төрлө-төрлө бәлештәр бешерергә ярата. Донъялағы иң яҡын кеше – минең әсәйем! Уның өсөн мин ҙур терәк һәм таяныс булып үҫәсәкмен.
Ризуан ҒӘЛИМОВ.
Ниндәй яғымлы һүҙ ул – әсәй! Минең ҡәҙерлемдең исеме – Әлиә. Ул тәмлекәстәр бешерергә, ҡул эштәре менән булышырға ярата. Бер ҙә тик тора белмәй. Беҙ дәрестән ҡайтыуға өйҙәге барлыҡ эштәрҙе бөтөрөп ҡуя. Мин дә уға ял көндәрендә ярҙам итергә тырышам. Ул – беҙҙең өйөбөҙҙөң йәме. Әсәйемде бик ныҡ яратам, уға һаулыҡ теләйем.
Наҙгөл НОСРАТУЛЛИНА.
Уға Гөлфиә тип исем ҡушҡандар. Килешеп тора. Үҙен мәктәптән һағынып ҡайтам. Ул мине тәмлекәстәр менән һыйлай. Бигерәк тә әсәйемдең ҡоймағын яратып ашайым. Сәскә һатыусы булып эшләй ул, кешеләргә матурлыҡ өләшә.
Ренат СУРАҒОЛОВ,
I синыф уҡыусылары.
Белорет районы,
Инйәрҙәге 2-се мәктәп.