+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
21 Март 2025, 08:40

Туғандарым – күңел нурҙарым

Туғанлы булыу – оло бәхет. Улар – һинең ҡанатың да, таймаҫ терәгең дә. Ә бәләкәй ҡусты-һеңлеләрең булһа инде, үҙеңде икеләтә яуаплы итеп тояһың.

Туғандарым –  күңел нурҙарымТуғандарым –  күңел нурҙарым
Туғандарым – күңел нурҙарым

Бөгөнгө мәҡәләм Ишембай ҡалаһында йәшәүсе йәш ғаилә – Хәмит ағайым һәм Раушания еңгәмдең балалары Айлы, Айлина һәм Ибраһим Салауатовтар хаҡында буласаҡ. Оло улдары – Ибраһим туғаным Ишембайҙағы 19-сы мәктәптең II синыфында тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡып йөрөй. Ул бигерәк тә теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Буш ваҡытында каратэ секцияһында шөғөлләнә. Ошо спорт төрө буйынса 8 – 10 йәштәгеләр араһында баш ҡалабыҙҙа үткән «Кумите» ярышында ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булды.

Айлина һеңлем 31-се «Алёнушка» балалар баҡсаһына йөрөй. Быйыл ул – сығарылыш төркөмөндә. Айлина туғаным шундай сос, өлгөр һәм егәрле лә. Төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Уға бигерәк тә нәфис гимнастика оҡшай, уның менән аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнә. Бейеү менән дә ҡыҙыҡһына. Күбәләк кеүек, еңел генә кәүҙәһе менән осоп тигәндәй бейергә лә төшөп китә. Һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ. Ағаһынан күреп, Айлина һеңлем каратэне ла хуп күрә. «Киләсәктә үҙемде яҡлар өсөн кәрәк», – тип ошо секцияға йөрөй. Ул да баш ҡалабыҙ Өфөлә каратэ буйынса «Кумите» ярышында 5 – 7 йәшлектәр араһында I урын яуланы. Бәләкәй генә булһа ла, һеңлемдең ҡаҙаныштары күп!

Иң кесеһе – Айлы һеңлемә инде әле ни бары ике йәш тулды. Үҙен ныҡ яратабыҙ, иркәләп кенә торабыҙ. Бигерәк илгәҙәк, мөләйем инде. Үҙе шул тиклем тәтелдәк. Бер генә лә тик торғоһо килмәй. Һәр ваҡыт уға нимәлер кәрәк. Киләсәктә минең һеңлем йырсы булыр, сөнки ҡулынан микрофоны бер ваҡытта ла төшмәй. Ул һәр саҡ йырлап ҡына йөрөй. Туғандарым аҙна аҙағын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сөнки йәмле Ғафури районының Юрмаш ауылында үҙҙәрен һағынып ҡаршы алған олатаһы Хәниф Хәкимйән улы һәм өләсәһе Лилиә Хисаметдин ҡыҙы бар. Ишектән килеп инеү менән уларҙың ҡосаҡтарына ташланалар. Үҙҙәренең йыйылып киткән хәбәрҙәрен бер-бер артлы һөйләп мәж киләләр. Өләсәләре ҡунаҡҡа ҡайтыуҙарына тәмлекәстәр бешереп ҡуя. Беҙ күмәкләп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнайбыҙ.

Туғандарым ауылға ҡайтһа, уларҙы тыштан индереп булмай. Унда рәхәт шул. Урамда малдарҙы иркәләйҙәр, улар менән һөйләшәләр. Йәйгеһен йәмле Еҙем йылғаһында һыу инеп кинәнәләр, ҡыҙынып ҡайталар. Мал ҡарашалар, ҡаҙ һәм өйрәк бәпкәләрен көтөргә яраталар. Ибраһим туғаным күберәк олатаһы янында йөрөй, Айлина һеңлем өләсәһе тирәһендә сыуала. Улар бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Ә кистәрен инде өләсәләре туғандарыма әкиәттәр уҡый. Яратып, «минең бәләкәй ярҙамсыларым» тип йөрөтәм үҙҙәрен. Улар менән бик күңелле, хатта ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй. Киләсәктә туғандарыма яңы үрҙәр теләйем. Яҡшы уҡып, оло шәхес булып китеүҙәренә ышанам.

 

Фаягөл САЛАУАТОВА, II курс студенткаһы.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы.

Туғандарым –  күңел нурҙарым
Туғандарым – күңел нурҙарым
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас