+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
6 Май 2025, 07:49

«Һөнәрем менән бәхетлемен»

Алдында ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәр ята. Уҡыусылары яҙған фәнни-ғәмәли эштәрҙе тикшерәһе бар. Етмәһә, иртәгә «Тамыр» телеканалы үткәргән  ярышҡа барырға кәрәк. Уның араһында «Нурлы» тирмәһен ойошторған Миләүшә Ҡыҙрасованың матурлыҡ дәрестәрен дә ҡарап өлгөрөргә тейеш... Был мәшәҡәттәр уны ҡурҡытмай. Эшенә зарланғаны ла юҡ.

«Һөнәрем менән бәхетлемен»«Һөнәрем менән бәхетлемен»
«Һөнәрем менән бәхетлемен»

Венера Рәжәп ҡыҙы Әхмәҙуллина Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт интернат-гимназияһында башлай.

– Бында миңә ныҡ оҡшай. Ауыр, яуаплы, әммә бик мауыҡтырғыс һөнәрҙе һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем. Минең өсөн эшем, уҡытыусы булыуым – йәшәү мәғәнәһе. Һөнәрҙе дөрөҫ һайлау – кеше өсөн ҙур бәхет. Ярай әле юлымда уҡытыусым, остазым булып Ейәнсура башҡорт гимназияһында Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева осраны, тип ҡыуанып бөтә алмайым. Ул мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы әҙәбиәт донъяһының матурлығын күрергә, серен асырға, ижади фекерләргә өйрәтте. Әлеге көндә лә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған коллегаларым бар. Яҙмышыма рәхмәтлемен.

Уҡытыусы ғүмер буйы уйлана, эҙләнә, таба, камиллаша. Ул уҡыусыны үҙ аллы тормошҡа әҙерләй. Ә башҡорт теле уҡытыусыһы балаларҙа телебеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләп кенә ҡалмай, һәләтлеләрҙе асыҡлап, уларҙы ижади яҡтан да үҫтерергә тейеш. Тыу­ған илде туған телдән башҡа күҙ алдына килтереп булмағандай, тыуған ергә һөйөүҙе лә әсә теленән башҡа айырып ҡарау мөмкин түгел. Беҙ, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, быны яҡшы аңлайбыҙ. Тимәк, тырышырға кәрәк.

Уҡытыусы мәғлүмәти технологияларҙы маҡсатҡа ярашлы ҡулланып, халыҡ педагогикаһының гәүһәр өлгөләренә таянған саҡта ғына балаларҙы ғәжәпләндерергә, һоҡландырырға мөмкин. Тел байлығы – фекер байлығы. Кешенең теле ни тиклем бай һәм матур булһа, күңеле лә шулай гүзәл тәрбиәләнә. Фекере лә бай, зиһене лә тәрән була. Тел кешенең тәрбиәле булыуын да күрһәтә, белемен дә сағылдыра. Ошоларҙы уҡыусыларыма аңлатырға, еткерергә тырышам, – ти тәжрибәле уҡытыусы.

Венера Рәжәп ҡыҙы оҙаҡ йылдар гимназияла директор урынбаҫары вазифаһын да башҡарҙы. Белем усағында йыл һайын «Йәйләү» лагерының гөрләп эшләүе лә уға бәйле. Ул – Дәүләкән районының башҡорт теле уҡытыу­сыларының берекмә етәксеһе лә.

Ғаилә хәле нисекме? Студент йылдарында уҡ бер-береһен табышып, улар Фуат Лотфулла улы менән өс балаға ғүмер бирҙе. Илгиз улдары Себер тарафтарында эшләй, Илүзә Өфө медицина колледжын тамамлап, менеджер вазифаһында. Кеселәре Алина IX синыфта белем ала. Әлеге ваҡытта яратҡан ҡәрсәй һәм ҡартатай улар. Һөймәлекле, наҙлы Сафия көн һайын үҙенең ҡыҙыҡтары менән шатландыра. Әхмәҙуллиндар төрлө ерҙәргә сәйәхәт итергә ярата. Венера Рәжәп ҡыҙы баҡсаһында төрлө емеш-еләк үҫтерергә лә, башҡорт орнаменттары менән кейемдәр биҙәргә лә, телеңде йоторлоҡ ризыҡтар әҙерләргә лә ваҡыт таба.

– Ғаиләм – ышаныслы терәгем, Фуат – бар яҡтан да таяныс, кәрәк икән, бергәләп ярыштарға үҙ машинабыҙҙа ла сығып китәбеҙ. Бар башланғысыма ҡанат ҡуйыусы ул. Балалар һөйөүен, балалар ышанысын, балалар ихтирамын бер нәмә лә алмаштыра алмай. Ғорур рәүештә бөгөн: «Мин – уҡытыусы!» – тип әйтә алам һәм ошо һөнәрҙе һайлауым менән бик бәхетлемен, – ти ул йылмайып. Ошо йылмайыуы менән дә әсир итә Венера Рәжәп ҡыҙы уҡыусыларын.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас