

Арсен Тотманов Баймаҡтағы 5-се мәктәптең III синыфында уҡый. Мине был малайҙың үҙен иркен тотоуы, ихласлығы, ҡыйыулығы, күпте белеүе һоҡландырҙы. Киләсәктә кем булырға теләүен ишеткәс, тиҙерәк уның ғаиләһе менән дә яҡындан танышҡы килде.
Уйлап ҡараһаң, бәләкәй синыфта уҡыған бала аныҡ ҡына хыялын әйтмәй әле. Ә бына Арсен киләсәктә ҙур хужа булырға теләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ҡул бирешеп һаулыҡ һорашҡас, тағы ла дәртләнеп китә. Әйткәндәй, ул көндө Урғаҙала заманса социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһы була, Радий Фәрит улы ла ҡатнаша. Тап шул иҫтәлекле ваҡиғанан һуң малайҙың матур хыялы ныҡлап бөрөләнә башлай ҙа инде…
– Улым был байрамдан шул тиклем дәртләнеп, күҙҙәре янып ҡайтҡайны. Минең дә ҙурайғас, абруйлы хужа кеше булғым килә, янымда һаҡсыларымдың булыуын да теләр инем, тип көн һайын ҡабат-ҡабат һөйләне. Үҙе лә ныҡ ҡына үҙгәреп киткәйне, – ти Арсендың әсәһе.
Бына бит нисек! Арсен – күптәргә өлгө, бик әүҙем үҙе. Һәр эштә гел алдан башлап йөрөргә ярата. Бар нәмә өйҙәге тәрбиәнән дә килә шул. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, Арсен да тап шундайҙарҙан.
Зилиә менән Марсель Тотмановтарҙың күркәм ғаиләһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Уларҙың Азалиә исемле ҡыҙҙары ла бар, ул әле балалар баҡсаһына йөрөй.
Зилиә Зөлфәр ҡыҙы үҙе Темәс ауылынан булһа, тормош иптәше Марсель Фәнил улы – Ишмырҙанан. Улар икеһе лә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында белем ала. Ғаилә башлығы механик дипломын алһа, хужабикә бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Икеһе лә бер уҡыу йортонда уҡыһалар ҙа, яҡындан таныш булмайҙар. Аҙаҡ Зилиә ханым Ишмырҙа ауылына эшкә килгәс, шунда яҡындан аралаша башлай буласаҡ тормош иптәше менән. Ә ул саҡта Марсель Фәнил улы колхозда механик булып эшләй. Шулай йәштәр матур ғына дуҫлашып йөрөй торғас, хис-тойғолары мөхәббәткә әүерелеп, сәстәре сәскә бәйләнә.
Әле Зилиә Зөлфәр ҡыҙы «Газпром» компанияһында оператор йөгөн тартһа, Марсель Фәнил улы – шәхси эшҡыуар. Ул атаһының крәҫтиән фермер хужалығында иген сәсеү, урып йыйыу эшендә ярҙамлаша. Арсендың төплө фекер йөрөтөүе ҡайҙан килә, тип аптырайһы түгел. Барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреп үҫеп килә бит. Ҡартатаһы Фәнил Ғәлимйән улының крәҫтиән фермер хужалығы ауыл халҡын эш менән тәьмин итә. Шуға ла йәштәр ҙә ситкә китмәй. Улар ҡалғас, тимәк, ауыл да йәшәй. Арсенда ла ҡартатаһының эшен дауам итеү теләге бар икән. Сөнки ул үҙенең хеҙмәт өлгөһө менән ейәненә үрнәк күрһәтә. Девизы ла – «Халҡыма хеҙмәт итеү». Ҡартатаһы пенсионерҙарға арзан хаҡҡа бойҙай бирә, ауыл мәктәбенә лә ярҙам итә. Ҡышҡыһын тракторы менән ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта. Шулай халҡына һәр ваҡыт ихлас ярҙамлаша. Ауыл йәшәһен өсөн, уның киләсәге өсөн бар көсөн һалып тырышып йәшәй.
Арсен Тотманов – уҡыу алдынғыһы, мәктәп ғорурлығы. Уның портфолиоһында ниндәй генә Почёт грамотаһы юҡ! Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан йөкмәткеле Маҡтау ҡағыҙы ла бар, төрлө район, республика бәйгеләренең һәм «Урал батыр» конкурсының еңеүсеһе лә икән. Уҡытыусыһы Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина ла үҙен маҡтап бөтә алмай.
– Синыфымда иң шәбе, иң сағыуы, иң аҡыллыһы – Арсен. Ул ҡушылған бар эште тулыһынса намыҫ менән үтәй. Синыфташтары ла үҙен хөрмәт итеп кенә тора. Мәктәптең «Шатлыҡ» фольклор студияһына ла йөрөргә өлгөрә. Йәш сәсәндәрҙең етәксеһе Рәшиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы Иҙелбаева гел Арсенды хөрмәтле ҡунаҡтар менән осрашыуға алып йөрөй. Йор һүҙле булғас, башҡортса шартлатып һөйләшкәс, Радий Хабировты ла ҡаршыларға барҙы әле, – ти ул ғорурланып.
Арсен өйҙә лә өлгөлө ағай икән. Һеңлеһен ҡарап ҡына йөрөтә. Ул урамға уйнарға сыҡһа, күҙҙән ысҡындырмай. Бар эшкә яуаплы ҡараған малай әсәһенә лә ярҙамлаша, атаһының да уң ҡулы. Өйҙә ағасты көйҙөрөп һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Төрлө-төрлө китаптар уҡырға ярата. Район буйынса китапхананан иң күп китап алдырып уҡыусы булараҡ та Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән әле.
– Балаға бәләкәйҙән иғтибар бүлеп, ниндәй таланты бар, шуға дөрөҫ йүнәлеш биреү бик мөһим. Был осраҡта балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Айрат ҡыҙы Әсәнованы маҡтар инем. Ул һәр ваҡыт улыбыҙға шиғырҙар ятлатып, үҙен кеше араһында иркен, ҡыйыу тоторға өйрәтте. Шуға ла улыбыҙ үҙ фекерен әйтергә оялмай. Ә хәҙер уҡытыусыһы Динә Ғәфүр ҡыҙы төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға дәртләндереп кенә тора. Ныҡ рәхмәтлемен уларға, – ти Арсендың әсәһе.
Эйе, баланы тәрбиәләгәндә атай-әсәй, өләсәй-олатай үрнәге – матур өлгө һәм ышаныс билдәһе. Халыҡ әйтмешләй, ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр.
Һис шикһеҙ, Арсен да хыялын тормошҡа ашырып, республикабыҙҙың билдәле кешеһе булыр әле, тип өмөтләнәбеҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Фото: автор фотолары һәм ғаилә архивынан алынды.