+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
22 Июнь 2025, 16:00

Өс бер туған – өс таған

Бер-береһенән ҡалышмай үҫеп килгән был егеттәрҙең бала саҡтары, шуҡлыҡтары, уларға бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында әсәләре, тележурналист Гөлсимә Иштанованың социаль селтәрҙәрҙә яҙғандары менән күптәр таныштыр. 

Өс бер туған – өс тағанӨс бер туған – өс таған
Өс бер туған – өс таған

Әйҙәгеҙ, был матур башҡорт ғаиләһе менән яҡынданыраҡ танышайыҡ. Бәхтейәр, Баязит, Байназар Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй. Шундағы мәктәптә тырышып уҡыйҙар. Ғаиләлә оло бала булараҡ, Бәхтейәр бәләкәс сағынан туғандары өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫә. «Дарман» бейеү ансамбле солисы, волейбол уйнарға ярата. Көн оҙонона ата-әсәһе эштә саҡта туғандарын ҡарарға ла, улар менән бергә йорт эштәрен башҡарырға ла өлгөрә. Баязит менән Байназар ҙа тырыш, уңған егеттәр булып үҫеп килә. Был ғаиләлә, олоно – оло, кесене кесе итеп ҡарай белгәнгә, һәр ваҡыт шат тауыштар яңғырап тора. Балалар үҙҙәрен бәхетле тоя.

– Беҙҙе атай-әсәйҙәр: «Эшләгәнең – беҙҙең өсөн, өйрәнгәнең – үҙең өсөн», – тип тәрбиәләне. Ҡыҙҙар – әсәйгә, малайҙар атайға оҡшарға тырышты. Улдарыбыҙҙы үҫтергәндә лә әллә ниндәй сит ил методикаларына таянмайбыҙ. Үҙебеҙҙең халыҡ педагогикаһына ҡараған, борондан ҡулланылып килгән алымдар аҡыллы, маҡсатлы, физик яҡтан да, рухи яҡтан да сәләмәт, камил йәш быуын тәрбиәләргә ярҙам итә, тигән ҡараштамын. Беҙҙең йортҡа килгәндәрҙең күҙе иң тәүҙә улдарыбыҙҙың һыуытҡысҡа йәбештереп ҡуйылған йортта башҡарырға тейешле эш графигына төшә. Дәрестәре ҡасан тамамланыуы, кемдең ҡайһы көндө ниндәй түңәрәктәре барлығы иҫәпкә алынып, алдан төҙөлөп ҡуйыла ул. Атайҙары менән мин көн оҙонона эштәбеҙ. Улдарыбыҙ уҡыуҙан үҙҙәре ҡайтып, донъя көтә. Оло бала булараҡ, теҙгенде Бәхтейәр үҙ ҡулына ала. Үҙе белгәндәрҙе ҡустыларына өйрәтә. Киләсәктә үҙҙәре ҡыҙыҡһынған йүнәлеш буйынса һөнәр һайлап, үҙ тиңдәрен табып ғаилә ҡороуҙарын, уларҙың лайыҡлы шәхес булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ, – ти Гөлсимә Миннәхмәт ҡыҙы улдар тәрбиәләү серҙәре менән бүлешеп.

Ял көндәрендә әсәләренең бешергән тәмле бәлештәре, ҡоймаҡтары менән һыйланалар. Байназар: «Иң яҡшы шәмбе иртәһе – ул әсәй ҡойған ҡоймаҡ еҫенә уяныу», – тип әйтергә ярата икән. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Даян Юныс улына ҙур ярҙамсы улар. Күптән ҡул араһына кереп, ҡулдарына көрәк, балта кеүек эш ҡоралдарын тоторға өйрәнгәндәр. Каникулдарын да файҙалы итеп уҙғарырға күнеккән Иштановтар ғаиләһендә үҫкән егеттәр. Яҙғы, көҙгө ялдарҙың бер көнөндә әсәләре мотлаҡ эшенән ял ала. Улдары менән Өфө ҡалаһында урынлашҡан төрлө иҫтәлекле, тарихи урындарға йөрөйҙәр.

Ә һәр йәй бала саҡтың иң бәхетле мәлдәре булып хәтерҙәрендә ҡала. Өс бер туған – өс таған Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе өләсәләре Фәйрүзә Ғилман ҡыҙы, Хәйбулла районының Йәнтеш ауылындағы өләсәләре Фәнүзә Ғәлимйән ҡыҙы менән ҡартатайҙары Юныс Рәхимйән улы янына ҡайтырға ярата. Өләсәйҙәренең тәмле аштары менән һыйланып, Эйек, Һаҡмар йылғаларында һыу инәләр, ҡартатайҙарына йорт эштәрендә булышалар. Ике, өс туғандары менән дә был ҡояшлы миҙгелдә ныҡлап аралашалар. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр, туғанлыҡ ептәрен барлайҙар. Бәхетле кеше тип бала сағында атай-әсәй наҙын, йылыһын тойоп үҫкәндәргә әйтәләр. Иштановтарҙың ҙур, татыу ғаиләһендә тәрбиәләнгән Бәхтейәр, Баязит, Байназарҙың киләсәге матур, яҡты булырына шик юҡ.


Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

 

Өс бер туған – өс таған
Өс бер туған – өс таған
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас