+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
21 Июль 2025, 07:09

«Матурлыҡты фотообъектив аша тоям»

Үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла фото төшөрмәгән кеше юҡтыр. Хәҙер анһат: махсус фотоаппарат та кәрәкмәй, смартфоның йәки айфоның булһа, шул етә. Ә шулай ҙа һәр эштең үҙ оҫтаһы була. Сифатлы итеп фото төшөрөү еңел түгел ул. Һәр ижад төрө кеүек, был шөғөл дә һинән оҫталыҡ, эҙләнеү, дәрт, сәм талап итә.

«Матурлыҡты фотообъектив аша тоям»«Матурлыҡты фотообъектив аша тоям»
«Матурлыҡты фотообъектив аша тоям»

Беҙ башҡорт рәссамдарының, фотохәбәрселәренең өлкән быуын вәкилдәрен гәзит-журналдар аша танып беләбеҙ. Бөгөн дә бар ундай оҫталар. Әлбиттә, әлеге донъя шәхси бренд, реклама, медиа алымдар менән нығыраҡ бәйле. Тик хәҙер һәр кемдең ҡулында замана гаджеттары: смартфон, яңы төр фотоаппараттар, видеокамералар булғанда ысын ижадсыларҙы, фотошөғөлдө сәнғәт кимәленә күтәргәндәрҙе табырға мөмкинме?

...Ҡояштың байып барыуы, айҙың ҡалҡыуы, таңғы ысыҡ, әсәйҙең балаһына һөйөү тулы ҡарашы, атай кешенең ҡурсалауы – былар барыһы ла Гөлнәзирә Торомтаеваның фотоһүрәттәрендә сағыла. Уларға һоҡланып ҡарап тораһың. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең арт-залында уның шәхси күргәҙмәһе асылды.

Гөлнәзирә Алтынғужа ҡыҙы Торомтаева – Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы ҡыҙы. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында белем ала. Кескәй саҡтан матурлыҡты әҙәбиәт аша тойоп үҫә. Уның китапҡа һөйөүе ғаиләләрендә һалынған. Әсәһе Гөлсәсәк Сабирйән ҡыҙы Мерәҫ мәктәбендә уҡытыусы булһа, атаһы Алтынғужа Нәсибулла улы зоотехник булып эшләй. Биктимер, Йәнтимер ағайҙары үҙен ҡурсалап ҡына тора. Ә ҡус­тыһы Булат улар­ҙан өлгө ала. Был ғаиләлә китап иң ҙур бүләк була.

Гөлнәзирә лә күп уҡырға ярата, ауыл китапханаһында уҡымаған әҫәре ҡалмай. Баш­ҡортсаһын ғына түгел, инглиз телендәгеһен дә һыу кеүек эсә. Юҡҡа ғына инглиз теле уҡытыусыһы һөнәренә уҡымаған. «Атай-әсәйем һәр саҡ миңә ышанды. Бер шөғөлөмә лә кире ҡараманылар. Хәҙер ғаиләле булғас, балаға ышанып ҡарарға кәрәклеген яҡшы аңлайым. Мин, үҙ сиратымда, уларҙың ышаныстарын һәр саҡ аҡларға тырыштым», – тип бала сағын иҫкә ала ул.

Ә фото менән мауығыуы Өфөлә уҡығанда башлана. «Гимназияла белем алған саҡта уҡ ҡыҙҙар менән фотоға төшөргә ярата инек. Аҙаҡ плёнканы тултырып, фотосалонға барып эшләтеү ҙә ҡыҙыҡ ине. Студент йылдарында беренсе фотоаппаратымды алдым», – ти Гөлнәзирә Торомтаева.

Сит тарафтарҙы күреү, инглиз телен өйрәнеү маҡсатынан Америкаға сығып китә. Шул ваҡыттан фото төшөрөүгә ныҡлап тотона. Унда эшләгән аҡсаһына профессиональ фотоаппарат һатып ала. Иң беренсе тәбиғәт күренештәре, дуҫтарын төшөрһә, үҙен тора-бара төрлө байрамдарға ла йәлеп итәләр. Оҫталығы артҡандан-арта бара.

– Ят тарафтарға сығып китеү ҡур­ҡытманымы? – тип ҡыҙыҡһынам.

– Ауыл балаһына ҡапыл ситкә сығып китеү ҡурҡыныс инде. Тик миндә ул юҡ ине. Өфөлә уҡыған саҡтарымда ҡыйыу ҡыҙға әйләндем. Әлбиттә, мин Америкала яңғыҙ түгел инем, студент дуҫтарым менән бергә булдыҡ. Уҡыу йортонан студенттарҙы саҡырыу проекты бар ине, шунда ҡатнаштым. Ә III һәм IV курстарҙа шулай икенсе илдә эшләп, тел даирәһен нығытып ҡайттым, – тип яуапланы ул.

2015 йылда Гөлнәзирә Хәйбулла егете Тимур Торомтаев менән гөрләтеп туй үткәрә.

– Ғаиләм барлыҡҡа килгәс, эшемә тағы ла ижади ҡарай башланым. Бәләкәй балаларҙың үҫеүе, атлап китеүе, шарҡылдап көлөүе, хатта илауы ла – бер миҙгел генә. Быларҙың барыһын да фотоларымда сағылдырам. Ғөмүмән, беҙҙең ғаилә бар йәһәттән дә ижади, тип әйтер инем. Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһының II синыфында белем алған улым Азамат ҡурайҙа уйнай, һүрәт төшөрөргә ярата. Шулай уҡ төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша. Тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Ҡыҙым Аишаға ике генә йәш булһа ла, һүрәт төшөрөргә, әкиәт тыңларға әүәҫ. Ғаиләбеҙҙә тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ, шулай уҡ төрлө ерҙәргә сәйәхәт итергә яратабыҙ, – ти ул ғаиләһе менән таныштырып.

Әлеге ваҡытта аҡыллы, булдыҡлы, ижади ҡарашлы Гөлнәзирә Алтынғужа ҡыҙы Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Баймаҡ яҡтарында үҙен гел саҡырып тор­ған иң популяр фоторәссамға әүерелде. Уның коллекцияһында 700-ҙән ашыу фотосессия һәм һәр береһе һоҡланғыс. Эш алымдары ла авторҙың үҙе кеүек ябай, фотосессияларҙы ла ул өйҙә, ғаиләлә, өйрәнелгән көндәлек тормош мөхитендә яһай һәм шуның менән кешеләрҙе йәлеп итә лә инде.

Бәләкәй баланың тәүге хистәре, йылмайыуы, илауы, ғаиләнең бергәләп ултырып сәй эсеүе, нимәлер эшләүе, бөтәһенең дә бергә сағы автор объективына бар йылылығы менән эләгә. Был кадрҙар әлеге күргәҙмәлә урын алған.

Гөлнәзирә Торомтаеваны тәбиғәт, матур кешеләр, ғүмерҙең иҫтәлекле мәлдәре, ижад үҙе илһамландыра.

– Ҡатын-ҡыҙҙын әсә булыуы, тәүге тап­ҡыр бала име­ҙеүе, бәләкәстең тәүге аҙымдары, ябай һәм таныш хистәр – ваҡыт үтеү менән ҡайтарып булмаған ҡиммәткә, хисле көскә эйә була, миңә шул мәлдәрҙе тотоп алып ҡалып, кешеләргә бүләк итеү оҡшай. Эшеңде яратыу – ҙур бәхет. Ғаиләм, тормош иптәшем Ғаиләм, тормош иптәшем Тимур­ҙың, яҡындарымдың эшемде аңлап ҡабул итеүҙәренә ҡыуанам. Ғөмүмән, ижад юлымда осраған һәр кемгә, бигерәк тә уҡытыусыларыма айырым рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Ә яңы ижад эшенә тотонған балаларға иһә күберәк белем алырға, аныҡ маҡсаттар ҡуйып, хыялдарына ирешеүҙәрен теләйем, – ти ул йылмайып.

Фотола: ғаиләһе һәм Гөлнәзирә Алтынғужа ҡыҙының ижад эштәре

«Матурлыҡты фотообъектив аша тоям»
«Матурлыҡты фотообъектив аша тоям»
«Матурлыҡты фотообъектив аша тоям»
«Матурлыҡты фотообъектив аша тоям»
«Матурлыҡты фотообъектив аша тоям»
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас