+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
25 Июль 2025, 14:00

Әлдә һеҙ бар әле туғандарым

Әлдә һеҙ бар әле туғандарым,Тыуған йортҡа ҡайтып йөрөргә.

Әлдә һеҙ бар әле туғандарымӘлдә һеҙ бар әле туғандарым
Әлдә һеҙ бар әле туғандарым

Атай -әсәй нигеҙ һалған йорттоң,
Ишектәрен асып инергә.

Бала саҡтың яҡты иҫтәлеге,
Һәр кешенең тыуған төйәге.
Һеҙ булғанға усағыбыҙ йылы,
Тик һеҙ генә йорттоң терәге.

Танау остарымда бала саҡтың,
Наҙлы еҫе һаман һаҡлана.
Ағай-еңгәй тик һеҙ булған өсөн,
Ишек алдарыбыҙ нурлана.

Әлдә һеҙ бар әле туғандарым,
Бәхетегеҙ булһын ғүмерле.
Яҡындарығыҙҙы шатландырып,
Булығыҙ һеҙ һәр саҡ ҡәҙерле.

 

Фәниә Сыңғыҙова (Мөхәмәтшина).

Фото:

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас