Фаягөл Фаил ҡыҙы күптән түгел «Герой-Әсә» исеменә лайыҡ булған. Ул хәҙер Башҡортостанда был маҡтаулы исемде алған һигеҙенсе күп балалы әсәй һанала.
Абдуллиндар ғаиләһе балаларын мөхәббәттә, матур һәм төплө тәрбиәләй. Өлкәндәре инде үҫеп, үҙ аллы булып киткән, ә ете кесеһе ата-әсә йортонда үҫәләр. Балалар яҡшы уҡый, түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына йөрөй, конкурстарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнаша.
Ҡотлайбыҙ! Ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостаным | яңылыҡтар