-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
16 Август 2025, 22:55

Бар яҡтан да өлгөлөләр

Шәмсетдиновтарҙың өлгөлө ғаиләһендә 4 бала тәрбиәләнә. Йорт хужаһы Марсель менән уңған хужабикә Айһылыу үҙҙәре һалған өйҙә донъя көтә, кәртә-ҡурала күпләп мал аҫрай. Йылҡы малдары ла бихисап.

Бар яҡтан да өлгөлөләр
Бар яҡтан да өлгөлөләр

Түрһәгәҙе ауылында йәшәгән балаларҙың олатай-өләсәйҙәре, туғандары менән ҡатышып, бер-береһенә ярҙам итеп, гөрләтеп донъя көтә был ғаилә.

Атай кеше балаларында бәләкәй­ҙән хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләп үҫтерә. Ул улдарын гел янында йөрөтөп, хеҙмәт серҙәренә төшөндөрә. Шуға малай­ҙар ҙа ауылдағы һәр эштең рәтен белә, «һә» тигәнсе башҡарып та ҡуя. Каникул көндәрендә лә йорт алдында булған ваҡ-төйәк эште үҙҙәре белеп баш­ҡара, малды ла ҡарайҙар. Йәй көндәрендә бесәнгә лә бик теләп йөрөйҙәр икән.
– Улдарыбыҙ, малайҙар, ҡыҙҙар эше, тип ҡарап тормай, барыһын үҙҙәре белеп башҡара. Аталары бала саҡтан уларҙы шулай тәрбиәләй. Үҙҙәре лә тырышып тора. Бәләкәй Айназ ҡустылары менән Алтынай һеңлеләрен дә ҡарап ҡына йөрөтәләр. Минең ҙур ярҙамсыларым инде, Аллаға шөкөр, – ти балаларҙың әсәһе Айһылыу ханым.
Был ғаилә спорт менән дә дуҫ. Ғөмүмән, Шәмсетдиновтар – бил бирмәҫ көрәшселәр нәҫеленән. Алмаз менән Аяз милли көрәш, каратэ секцияһына йөрөй. Улар Рәшит Назаров исемендәге баш­ҡорт гимназияһында белем ала. Алмаз – VII, Аяз IV cиныфҡа уҡырға барасаҡ. Ике туған ағалары ла көрәш менән шөғөлләнә. Малайҙар төрлө район, республика ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар алып белем усағының данын күтәрә. Атайҙары ла маҡтауға лайыҡ, улдарын төрлө ярыштарға үҙ машинаһында алып йөрөй. Әйткәндәй, йорт хужаһы слесарь булып эшләһә, әсәләре бәләкәй бәпес менән өйҙә декрет ялында әле.
Шәмсетдиновтарҙың уртансы улдары Аязды уҡытыусыһы Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова ла маҡтап:
– Аяз – аҡыллы, тырыш, тыйнаҡ уҡыу­сы. Уҡыуҙа ла һынатмай, «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Ул математиканы ныҡ ярата. Синыфта иң тәүгеләрҙән булып бирелгән миҫалдарҙы, мәсьәләләрҙе эшләп ҡуя. Тырыш малай – атаһының, әсәһенең, олатай-өләсәйҙәренең уң ҡулы. Оҫта итеп һүрәт төшөрә, төрлө һындар яһай белә. Ағаһы менән дә дуҫ. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар. Ағаһы ла ҡустыһын ҡарап, ҡурсалап ҡына йөрөтә. Шәмсетдиновтар ғаиләһе ҡышҡы уйындарҙа ла бергәләшеп гимназия данын район кимәлендә яҡланы. Уларға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итһәм дә, тиҙ генә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Бик матур, һоҡланғыс ғаилә, күҙ теймәһен! – тине.
Бына шундай өлгөлө, бер-береһен аңлап, ярҙам итергә генә торған матур ғаилә йәшәй Түрһәгәҙе ауылында.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Ауырғазы районы.

Бар яҡтан да өлгөлөләр
Бар яҡтан да өлгөлөләр
Бар яҡтан да өлгөлөләр
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас