-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Август 2025, 17:00

Бәхет сере

Бер ғаиләнең алты балаһы булған. Был өйҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, бәхет хөкөм һөргән. Шат көлөү тауыштары яңғырап торған. Бер көндө оло улы:

Бәхет сере
Бәхет сере

тормошонда йәшәй. Икенселәр өйҙәрендә үҙҙәрен бәхетһеҙ итеп тоя? — тип һораған.
— Иртәгә йылға буйына барырбыҙ. Шунда аңларһың, — тигән атаһы, бер ни тиклем уйланып торғас.
Иртә менән ғаилә йылға буйына барған. Аталары бәләкәс кенә мискәләр сығарып ултыртҡан да, балаларға үрелгән алты кәрзин менән һыу ташып тултырырға ҡушҡан. Кемуҙарҙан һәр береһе үҙенең мискәһенә һыу ташый башлаған. Тик үрелгән кәрзиндәге һыу мискәгә килеп еткәнсе, ҡойолоп бөтөп тик торған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң хәлдән тайған балалар был эште башҡарыу мөмкин түгеллеген әйткән. Шул ваҡыт атаһы менән әсәһе һыу ташырға тотонған. Аталары бер кәрзин һыуҙы йылғанан һоҫоп алғас, әсәй кеше икенсе кәрзин менән аҫтан тотоп артынан эйәргән. Берәүһенең кәрзинендәге һыу икенсеһенә ағып төшкәс, улар бер-береһен алмашлаған. Мискәләрҙә һыу ҙа тиҙ арала тулған.
— Хәҙер бәхетле менән бәхетһеҙ ғаиләнең айырмаһын аңлағанһығыҙҙыр, — тигән атай кеше.
— Эйе! — тигән алты бала бер тауыштан.
Ысынлап та, ғаилә тормошоноң нигеҙендә — сабырлыҡ, бер-береңде аңлау, яратыу, ярҙам итеү кеүек төшөнсәләр ята. Быны аңлағандар ғаиләлә бәхетле була. Балалар ҙа матур, күркәм тәрбиә ала, уларҙың бала саҡтары бәхетле уҙа.

 Һүрәттә: Бөрйән районы, Байназар ауылы. Әйүповтарҙың  татыу ғаиләһе. 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас