-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Сентябрь 2025, 17:35

Рухлы балалар үҫә

Һәр ғаилә үҙенсә бәхетле була, тиҙәр.

Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә

 Иҫәнбаевтарҙың бәхет серле балаларын милли рухта, тыуған яҡ тәбиғәтен, тарихын өйрәтеп үҫтереүгә бәйле, тиһәм бер ҙә яңылышмам. Өфө районы Булгаково ҡасабаһында йәшәй улар. Рифат Шәфҡәт улы - Баймаҡ районының Түбә, ә Ләйсән Сәмиғулла ҡыҙы Ишбирҙе ауылынан. Өс балалары бар. Ҡыҙҙары Мәликәгә 12 йәш, "Юғары ос" белем биреү үҙәгенең VI "Шайморатовсылар" синыфында белем ала. Бәләкәйҙән йырларға, бейергә ярата.

- Сәхнәлә сығыш яһағым килә, - ти торғайны, шуға уны бәләкәйҙән бейеү түңәрәгенә бирҙек. "Dance Krug"заманса хореографик бейеүҙәр коллективына, Шамониндағы "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең үҙебеҙҙәге филиалына йөрөй башланы. Мәктәп, ауыл сәхнәһендә һәр сарала сығыш яһайҙар, конкурстарҙа ҡатнашып, урындар алалар, - ти әсәһе.

Мәликә яҡшы уҡый, математика, урыҫ теле, тарих, география дәрестәрен айырыуса оҡшата. Мәктәп олимпиадаларында ҡатнаша.

Йыр-моңдо ла үҙ итә. Халыҡ йырҙарын тыңларға ярата. Оҙон көйзәрҙе ишетһә, уның тарихын, легендаһын белергә тырыша, интернеттан табып өйрәнә. "Тамыр" телеканалын, башҡорт йырсыларынан Зилиә Бәхтиева ижадын ярата. "Ете ҡыҙ", "Уралым"ды ишетһә, ҡушылып йырлап та ебәрә. 

- Балаларҙы өйҙә башҡорт рухлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Матур башҡорт исемдәрен ҡуштыҡ. Рухлы уҡытыусылар эләгеүе лә - бәхет, йүнәлеш биреп, байрамдарҙа башҡортса шиғырҙар ятлатып, дәртләндереп торалар, - ти Ләйсән Сәмиғулла ҡыҙы. Мәликә "Урал батыр" эпосын дә ятлай башлаған.

Улдары Арыҫлан III синыфта уҡый. Ул спортты нығыраҡ ярата, бокс, шахмат түңәрәктәренә йөрөй. Математика, тәбиғәтте өйрәнеү, башҡорт, инглиз теле дәрестәрен үҙ итә. Буш ваҡыттарында оригами менән шөғөлләнә икән. Биш йәшлек Асҡар иһә балалар баҡсаһына йөрөй. Апаһы һымаҡ бейергә, йырларға ярата, спорт менән дә шөғөлләнә: каратэ түңәрәгенә йөрөй. Мәктәп тә, баҡса ла алыҫ булғас, педагог һөнәренә эйә булған әсәләре әлегә эшләмәй, балаларын мәктәпкә, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү менән мәшғүл. Ә кистәрен, ял көндәрендә малайҙар күберәк инженер аталары янында: шахмат уйнайҙар, бокс менән шөғөлләнәләр. Мәликә иһә әсәһенең уң ҡулы инде. Ҡалас, торт бешерергә, ҡоймаҡ ҡойорға әүәҫ. Өйҙө лә матур итеп йыйыштырып ҡуя. Яратҡан ризыҡтары - ҙур бәлеш, мантыны күмәкләп әҙерләйҙәр.

 Каникулдарҙа ике өләсәйҙәренә барып, рәхәтләнеп ауыл һауаһын һулайҙар, баҡса эштәрендә ярҙам итәләр. Өләсәйле булыуҙары менән бәхетлеләр. Тәбиғәт тә матур: Түбәлә - Һаҡмар, Ишбирҙелә Йылайыр йылғаһы аға. Талҡаҫ күленә барып та һыу инәләр. Иҫәнбаевтар сәйәхәт итергә бик ярата. Балаларын республикабыҙҙың иң гүзәл, тарихи, легендар урындары менән таныштыралар, улар тураһында һөйләйҙәр. Тыуған ергә һөйөү шулай тәрбиәләнә лә инде. Торатауҙа, Шүлгәнташ ҡурсаулығында, Салауат районындағы Салауат батырыбыҙҙың тыуған ауылында төҙөлгән паркта булғандар. Ағиҙел буйлап сплавта аҡҡандар. Өфөләге тарихи урындар менән танышып бөткәндәр инде. 

Әсәләренең милли биҙәүестәр эшләүе был ғаилә балаларына милли асылыбыҙҙы тағы ла төплөрәк белеп, башҡорт халҡының тарихын өйрәнеп үҫергә ярҙам итәлер. Әсәһе лә тегенгә оҫта булғас, Ләйсән ханым бәләкәйҙән ҡул эштәрен менән шөғөлләнгән. Балаларына милли кейемде лә үҙе теккән. Республикала йылына ике тапҡыр милли кейем көнө уҙғарылыуы бик һәйбәт булды. Балалар был көндәрҙә уҡырға милли кейемдә, һис юғы берәй милли элемент тағып бара бит. 

 Ләйсән маркетплейстарҙан материалдар яҙҙырып алып, селтәр, ҡашмау, маңлайсалар эшләй. Мәликә ҡызының алҡалар эшләй башлауы, әсәһен дә милли стилдә биҙәуестәр яһауға ылыҡтырған. Заказ биреүселәр ҙә бар икән. 

Бына шулай, йәшәүҙең мәғәнәһен рухлы, тәрбиәле, илһөйәр балалар үҫтереүҙә күрә Иҫәнбаевтар. Ошондай ғаиләләр Башҡортостаныбыҙҙа күберәк булһын!

Өфө районы.

Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Рухлы балалар үҫә
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас