Беҙҙән башҡа Садиҡовтар, Ғөбәйҙуллиндар һәм Муллаҡаевтар ҡатнашты. Һәр ғаилә үҙҙәре менән таныштырҙы. Шунан төрлө һәм ҡыҙыҡлы ярыш номерҙарында, спорт уйындарында көс һынаштыҡ. Ныҡ ҡыҙыҡ һәм күңелле булды!
Шулай итеп, беҙҙең ғаиләбеҙ иң күп мәрәй йыйҙы. Ура, беҙгә - беренсе урын! Хәҙер алда тағы ла ҙур һынау көтә! Ғаиләбеҙ 1-4 ноябрҙә үтәсәк республика бәйгеһендә районыбыҙ данын яҡлаясаҡбыҙ. Быныһында ла һынатмаҫҡа, тағы ла тырышырға инде.
Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.