-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
10 Ноябрь 2025, 16:47

«Йыр-моң – тоғро юлдашыбыҙ»

– Сәхнәлә – «Дарман» төркөмө! Етәкселәре – Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар! Ҡыҙҙары Ынйының өҙҙөрөп сәхнәлә бейеүен Шөғөровтар ихлас күңелдән ҡарап ултыра. Ейәнсәренең уңышын уртаҡлашырға өләсәй-олатайҙары ла килеп еткән. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, ти халыҡ. Был ижади ғаиләнең үҙенән дә йылылыҡ һәм илһам бөркөлөп тора. Резеда һәм Батыр Шөғөровтарҙың сән­ғәткә һөйөүе бер бөтөн булып үрелеп, тормоштарында сағыу миҫал булып бал­ҡый.

«Йыр-моң – тоғро юлдашыбыҙ»
«Йыр-моң – тоғро юлдашыбыҙ»

Икеһе лә – данлы уҡытыусылар динас­тияһын дауам итеүселәр, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә үҙ урындарын тапҡандар. Резеда Айрат ҡыҙы йәнле, матур сәнғәт – йыр дәресен яратып уҡыта. Уның һабаҡтары нота дәрестәре генә түгел, ә моң донъя­һына ылыҡтырыу.

– Беҙҙең ғаилә 2006 йылдың 21 апрелендә барлыҡҡа килде. Ул ваҡытта Сибай педагогия колледжының һуңғы курсында белем ала инем, ә Батыр Баш­ҡорт дәүләт университетының Сибай бүлегендә уҡыны. Ғаиләбеҙ, хатта нәҫелебеҙ менән йырларға, бейергә лә яратабыҙ. Әйткәндәй, һәр эшләгән еремдә ансамблдәр төҙөнөм. Хатта Хәлил ауылында ветерандарҙан торған «Ынйылар» хор ансамблебеҙ менән бик күп конкурстарҙа еңеү яуланыҡ. Әле мәктәбебеҙ уҡытыусыларынан тор­ған «Сулпан» вокал төркөмө менән дә уңыштарыбыҙ байтаҡ, – ти Резеда Айрат ҡыҙы йылмайып.

Резеда һылыуҙың таланты музыка өлкәһе менән генә сикләнмәй. Ойоштороу һәләтенә эйә булып, тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да башҡара. Өфө районы Шамонин мәктәбендә һәр бала үҙ һәләтен аса, үҙен таба һәм коллективтың бер өлөшө итеп тоя.

Уҡыусылар шулай уҡ Батыр Зөбәйер улының тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау менән хеҙмәт дәрестәрен көтөп ала. Сөнки улар  күңел­һеҙ лекциялар түгел, ә балаларға төрлө осраҡтарҙа нисек эш итергә, үҙеңде һәм яҡындарыңды нисек һаҡларға кәрәклеген аңларға ярҙам иткән практик дәрестәр. Уҡытыусы уҡыусыларында яуаплылыҡ тойғоһо, иғтибарлылыҡ һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтен тәрбиәләй.

– Мине шуныһы ҡыуандыра: мәктәбебеҙҙә үткән саралар илһөйәрлек рухы менән һуғарылған була. Беҙҙә баш­ҡорт мөхитендә тәрбиәләнгән уҡыу­сылар белем ала. Һәр саҡ үҙебеҙҙең йолаларыбыҙға таянабыҙ, – ти Батыр Зөбәйер улы. – Мин балалар йортонда ла, мәктәптә лә етәксе булып эшләнем, балаларға ихлас булмаһаң, улар уны һиҙеп тора. Шуға ла эскерһеҙ балалар донъяһында үҙебеҙ ҙә балалар кеүек.

Шөғөровтар ҡыҙҙары Ынйы һәм Сафия менән ғорурлана. Һылыуҡайҙар ата-әсәләренең ижади тамырҙарын мираҫ итеп ала һәм үҙҙәренең асылын бейеүҙә таба. Данлыҡлы «Дарман» ансамбленең айырылғыһыҙ өлөшө булып торалар, унда оҫталыҡтарын камиллаштыралар, тамашасыларға шатлыҡ бүләк итәләр. Ынйы IX «Б» шайморатовсылар синыфында белем ала. Киләсәктә үҙен медицина менән бәйләргә теләй, шуға күрә лә химия һәм биология фәндәрен имтиханға һайлаған. Бәләкәстәре Сафия IV синыфта уҡый.

– Таң менән барыбыҙ ҙа мәктәпкә сығып китәбеҙ һәм көнө буйы бергәбеҙ. Балаларыбыҙ үҙаллылыҡҡа өйрәнгән. Үҙебеҙ ҙә уҡытыусылар ғаиләһендә, бер мөхиттә тәрбиә алып, бәләкәйҙән яуап­лылыҡ тойоп үҫтек. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа һәр эшкә етди ҡарай, ҡушҡанды еренә еткереп үтәйҙәр. Балаларҙа тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ, йәнтөйәгебеҙҙең төрлө ерҙәренә сәйәхәт итергә яратабыҙ. Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында булып өлгөрҙөк, – ти ғаилә башлығы.

– Беҙ ике яҡтан да өләсәй менән олатайҙарға һағынып ҡайтабыҙ. Улар Әбйәлилдә йәшәй. Тыуған яҡтан үҙебеҙгә көс туплап киләбеҙ. Ә яратҡан байрамдарыбыҙ – Яңы йыл менән тыу­ған көндәр. Унда беҙ ғаилә менән йыйылабыҙ һәм бер-беребеҙгә сюрприз эшләргә яратабыҙ, – ти йылмайып Ынйы.

Резеда Айрат ҡыҙы хәтирәләргә бирелеп:

– Мин үҙем дә бәләкәйҙән өләсәй-олатайҙарымдан айырылманым. Әсәйемдең ата-әсәһе Булат ауылында йәшәй. Был яҡ шул тиклем матур, халҡы ла шундай сәмле, тырыш. Күпләп мал-тыуар тоталар. Бала саҡтары өләсәй-олатай менән үткән балалар башҡасараҡ үҫә, уларҙа туғанлыҡ, йылылыҡ тойғоһо нығыраҡ һаҡлана. Әсәйем Фәнүзә Рәфҡәт ҡыҙы теүәл фәндәрҙән – алгебра менән геометриянан уҡытты, атайым – хеҙмәт уҡытыусыһы. Оҙаҡ йылдар ул автодело алып барҙы. Әлеге көндә лә тик ятмай, ДОСААФ-ты етәкләй. Һеңлем Рита ла инглиз һәм баш­ҡорт теленән уҡыта, Әбйәлил районы Асҡарҙағы 1-се мәктәптә директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләй. Рәфҡәт олатай үҙе генә йәшәй, Рәйсә өләсәйемдең баҡыйлыҡҡа күскәненә йыл тула, – тине.

– Әсәйем Зөлфиә Хатап ҡыҙы Хамматова химиянан уҡытты, атайым Зөбәйер Зәкир улы Шөғөров Хәлил ауылы хакимиәте башлығы булып эшләне. Рәзилә туғаным да, кейәүем дә – уҡытыусылар. Был һөнәр һәр саҡ абруйлы, тип һанайым, – ти Батыр Зөбәйер улы.

– Заман уҡытыусыһы балаларҙы ярат­һа, улар менән уртаҡ тел таба белһә, ысын остаз була. Минең тормош иптәшем күптәрҙе һоҡландыра, ул – мәктәптә бар сараларҙа диджей, компьютерҙы яҡшы белә. Бер-беребеҙҙе тулыландырып йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, – ти Резеда Айрат ҡыҙы ла һүҙгә ҡушылып.

– Мин ҡайһы һөнәрҙе һайларымды белмәйем, ә мәктәптә бигерәк тә баш­ҡорт теле дәрестәрен яратып уҡыйым. Уны беҙгә Дилә Ринат ҡыҙы Миңлейәрова уҡыта, дәрестәре шул тиклем ҡыҙыҡлы үтә, уларҙы һағынып көтөп алам. Ял көндәрендә әсәйебеҙ менән тәмлекәстәр бешерәбеҙ. Иртәнсәк ҡоймаҡ еҫе уятһа, күңелгә рәхәт булып китә, – ти Сафия.

Бына шундай ул Шөғөровтар. Өлгөлөләр, уңғандар, ихластар, ярҙамсылдар. Донъяға тик матурлыҡ, изгелек сәсергә тырышалар.

«Йыр-моң – тоғро юлдашыбыҙ»
«Йыр-моң – тоғро юлдашыбыҙ»
«Йыр-моң – тоғро юлдашыбыҙ»
«Йыр-моң – тоғро юлдашыбыҙ»
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас