-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
25 Ноябрь 2025, 16:35

Гөрләп тора донъялары

Бөрйән районы Мәһәҙей ауылының Ҡаршытау итәгендә ике ҡатлы йорт әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Был өй хужаһының ҡулы алтын икәнлеге лә күренә.

Гөрләп тора донъялары
Гөрләп тора донъялары

Ғаилә башлығы Юлдаш Ғарифуллин – ауыл старостаһы, Чечня һуғышы ветераны, һыу һөлөгө кеүек биш малайға атай. Юлдаш Самат улы менән Фирүзә Ғариф ҡыҙы барыһын һоҡландырып, ошо күркәм йортта 2001 йылдан донъя көтә. Береһенән-береһе аҡыллы, тәрбиәле һәм эшһөйәр улдары Илмир, Сыңғыҙ, Муса, Ансар һәм бәләкәстәре Айҙар уларҙы һәр яҡлап ҡыуандырып ҡына тора. Уңған йорт хужабикәһенең күкрәген «Әсәлек даны» миҙалы биҙәй.
Ғаилә башлығы балта оҫтаһы булғас, бар улдарының да ҡулдарында балта, сүкеш, бысҡы уйнап ҡына тора. Улар эшкә тотонһа, йорт эргәһендә эш ҡоралдарының тауыштары әллә ҡайҙа тарала. Аталары кешеләргә бура бурау менән шөғөлләнә. Улдары уның янында йөрөгәс, эшкә өйрәнеп бөткән. Өлкән улдары Илмир әрмелә хеҙмәт итеп ҡайт­ҡан. Әле ул Нефтеюганск ҡалаһында нефть сығарыу өлкәһендә эшләй. Сыңғыҙ Белорет педагогия колледжының II курсында уҡыһа, Муса Байназар мәктәбенең — VI, Ансар Мәһәҙей мәктәбенең II синыфында белем ала. Ә бәләкәй Айҙар ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөй. Муса менән Ансар мәктәптә гел «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.
— Илмир, ағай булараҡ, ҡустыларын ҡарап ҡына йөрөтә, һәр төрлө эшкә өйрәтә. Ярай әле эргәмдә улдарым бар, тип ҡыуанам. Миңә ашхана бүлмәһендә лә ярҙам итәләр. Табынға төрлө тәмле турамалар әҙерләп тә ҡуялар. Аллаға шөкөр, улар беҙҙең ышаныслы терәк булып үҫеп килә, — ти йорт хужабикәһе Фирүзә ханым.
Ысынлап та, өйгә килеп инһәң, был йортта малайҙар ғына үҫә, тип һис әйтерлек түгел. Һәр нәмә үҙ урынында, бар ерҙә тәртип. Әлбиттә, бында атай кешенең дә йоғонтоһо ҙур. Юлдаш Самат улы – иман юлында, намаҙҙа. Ул ауылдың бар төҙөкләндереү эшендә әүҙем ҡатнаша һәм төрлө өмәләрҙә аҡсалата бағымсы булараҡ та ярҙам итә.
Ғарифуллиндар архивында ғаилә башлығына, улдары Илмир һәм Сыңғыҙға тапшырылған бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һаҡлана. Шулар ара­һында иң ҡәҙерле миҙалдар ҙа бар. Улар хәрби хәрәкәттәр ветераны Юлдаш Самат улыныҡы икән. Барлығы – 13 миҙал. Барыһын да ҡәҙерләп кенә һаҡлай ул. Әммә бик тыйнаҡ, әҙәпле, һәр һүҙҙе самалап ҡына һөйләгән атай кеше миҙалдарының ни өсөн бирелгәнен һөйләргә кәрәк, тип тапманы. Аллаға шөкөр, һәр ваҡыт хал­ҡы өсөн баш­ҡарған фиҙакәр хеҙмәтен район, республика етәк­селеге лә күреп, баһалап, Маҡтау, Рәхмәт хаттары тапшырып, үҙен бүләкләп тә тора.
Үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек, ватансыллыҡ тәрбиәләшеүҙә лә Юлдаш Самат улы көсөн йәлләмәй. Ул мәктәптәрҙә, ауылда ойошторолған төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Йәштәрҙә Тыуған илебеҙҙе яратыу той­ғоһо тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индерә. Ул һәр ваҡыт кәрәкле кәңәштәрен биреп, осрашыу­ҙарҙа әүҙем ҡатнашырға тырыша.
Мәһәҙейҙә бына шундай матур һәм татыу ғаилә гөрләтеп донъя көтә. Күптәргә өлгө улар!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Гөрләп тора донъялары
Гөрләп тора донъялары
Гөрләп тора донъялары
Гөрләп тора донъялары
Гөрләп тора донъялары
Гөрләп тора донъялары
Гөрләп тора донъялары
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас