+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ғаилә усағы
29 Ноябрь 2025, 17:30

Әсәйебеҙ – өйөбөҙҙөң ҡояшы

Әсәйем беҙҙе бер үҙе тәрбиәләй. Атайым илебеҙ һағында тора. Ул беҙ тыныс йоҡлаһын өсөн дошмандар менән көрәшә.

Әсәйебеҙ – өйөбөҙҙөң ҡояшыӘсәйебеҙ – өйөбөҙҙөң ҡояшы
Әсәйебеҙ – өйөбөҙҙөң ҡояшы

Әсәйебеҙ – өйөбөҙҙөң ҡояшы һәм йылыһы. Уға бер аҙға еңел булһын өсөн өй эштәрендә ярҙам итәм: туҙан һөртәм, этемде һәм бесәйемде ҡарайым. Ә ҡышҡыһын ҡар көрәйем.
Ҡул эшенә лә оҫта үҙе. Тағы ла ул матур йырлай һәм оҫта бейей. Спорт менән дә дуҫ. Беҙ ҡыш көнө бергә саңғыла йөрөйбөҙ, тауға менеп санала шыуабыҙ. Әсәйем аш-һыуға ла маһир. Бешергән аштары телеңде йоторлоҡ!

 

Искәндәр ҠОТЛОЮЛОВ, уҡыусы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы. 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас