Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова белдерҙе.
Ә 2017 йылда 1 март Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләнгәйне. Матур ғаилә ҡороп, нәҫелде дауам итеү, балаларға яҡшы тәрбиә биреү – кеше тормошоноң бер мәғәнәһе ошондалыр.
Тап 1 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Етегән” ғаилә байрамы уҙғарыла һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы еңеүселәре бүләкләнә.