-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Декабрь 2025, 12:59

Атай, әсәй - ике ҡанат

Хоҙайбирҙе ауылы Ағиҙел һәм Керәүле йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Элек Бесәнсе тип аталған ул. Шунда тыуып-үҫкән күренекле шәхес Шәһит Хоҙайбирҙин хөрмәтенә исеме үҙгәртелгән. Ошо ауылда донъя көткән матур ғаилә – Хоҙайғоловтар менән таныштырмаҡсыбыҙ

Атай, әсәй - ике ҡанат
Атай, әсәй - ике ҡанат

 Ренат Ғәйзулла улы менән Гөлнәзирә Зиннур ҡыҙы бер ул, өс ҡыҙ үҫтерә. Яңыраҡ “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” район конкурсында “Һәләтле ғаилә” номинацияһында бүләкләнгәндәр. Тырыш та, дәртле лә, берҙәм дә улар. Динислам Ишембай нефть колледжында белем ала. Мәктәптә уҡығанда район хакимиәте башлығы стипендиаты булған. Мас-рестлинг менән шөғөлләнеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан, наградалары күп. Тыуған яҡты өйрәнеү темаһы буйынса Мәскәүҙә лә эшен яҡлап, II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Регина ауыл мәктәбендә – VII, Камила VI-ла синыфта уҡый. Икеһе лә фәнни эштәр яҙыу менән шөғөлләнә. Регинаның “Ҡарағай тубырсыҡтарына ҡайнатмаһы һәм сайыр нимәһе менән файҙалы”, “Ҡайын һағыҙының файҙаһы”, “Күгәрсен районы зубрҙары” тигән эштәре иғтибарға лайыҡ. 
Кескәй Нәркәскә өс кенә йәш әле. Ике йәшенән хәрефтәрҙе таный, һандарҙы ла белә. Балаларына күҙ теймәһен: аталары менән әсәләренә оҡшап, отҡорҙар.

– Атайым мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған, әсәйем ҡыҙыл диплом алған бит, беҙ ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ, – ти “бишле”гә генә өлгәшкән Камила. Ул ауыл мәҙәниәт йортона бейеү түңәрәгенә йөрөй, халыҡ бейеүҙәрен ярата.

– Балаларыбыҙҙың һәр башланғысын хуплап, ярҙам итеп торабыҙ. Башҡорт милли кейемдәрен, һәр береһенә биҙәүестәр алдыҡ, – ти Гөлнәзирә Зиннур ҡыҙы. Ул үҙе химия һәм биология уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу эштәре урынбаҫары. Мәктәп урмансылығының шәп етәксеһе лә. Спортты ла ташламай. Йөҙөү буйынса тренер булып эшләгән.

Ғаилә башлығының иһә үҙенең балта оҫталығы цехы бар. Атанан күргән – уҡ юнған, тигән кеүек, Динислам да бәләкәйҙән эштән ҡурҡып тормай, атаһына ярҙам итеп, унан күп кенә ағас эшенә өйрәнгән, күп һөнәр үҙләштергән. Былар, әлбиттә, егет кешегә донъя көткәндә мотлаҡ кәрәгәсәк.

Хоҙайғоловтар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем, ярҙамсылдар. Ренат Ғәйзулла улы үҙен актер булараҡ та һынай. Дөрөҫөрәге, унда был һәләтте күреп, район халыҡ театры “Шәһиттең бала сағы” тигән фильмда – бай ролен, Миләүшә Ҡаһарманованың “Вахта” тигән әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмда вахтовик ролен башҡарырға саҡырған. Ҡурайҙа ла һыҙҙыра атай кеше. Район конкурсында ла ул – ҡурайҙа, әсәһе менән апаһы ҡумыҙҙа уйнап, Камиланы бейеткәндәр, кескәй Нәркәс тә ҡушылған.

Тиҙҙән – Яңы йыл. Байрам табынына өр-яңы ризыҡ әҙерләү – Хоҙайғоловтарҙың матур ғәҙәте. Регина бешерергә ярата. Бәлештәр, салаттар әҙерләргә оҫта. Әсәһе лә хуплап, яңы рецептар табып, бергәләп тәмлекәстәр бешерәләр. Уларҙың сәксәген дә ауылда бик маҡтайҙар.

– Был Яңы йылға ниндәй яңы ризыҡ әҙерләргә – бергәләп кәңәшләшеп хәл итәбеҙ, – ти хужабикә.

Башҡорт рухын һеңдереп, тарихты белеп, белемгә ынтылыусан, илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләй балаларының Хоҙайғоловтар.

– Ҡош ҡанаты икәү булған кеүек, баланың да ике ҡанаты – атаһы һәм әсәһе булырға тейеш, – ти әсәйҙәре.

– Һәр бала үҙ икмәге менән тыуа, уларҙың үҫкәнен, уңыштарын күреү – ҙур бәхет, – ти атайҙары.

Олатайҙарының нигеҙен ҡоротмай, тырышып, ике ҡатлы йорт һалып ингәндәр. Балаларын дәртләндереп, үҙҙәренең өлгөһөндә матур тәрбиә биреп, ҙур тормош юлына булдыҡлы, эшһөйәр кешеләр итеп сығарырға тырыша улар.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

 

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Күгәрсен районы.

Атай, әсәй - ике ҡанат
Атай, әсәй - ике ҡанат
Атай, әсәй - ике ҡанат
Атай, әсәй - ике ҡанат
Атай, әсәй - ике ҡанат
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас