-17 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
31 Декабрь 2025, 00:21

Телһөйәрлек ғаиләнән башлана

Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Республиканан ситтә милли рухты һаҡлап алып ҡалырға тырышҡан йәш ғаиләләрҙең булыуы – икеләтә һөйөнөслө күренеш. Түбәнге Варта ҡалаһында 2017 йылдан алып Роза Мәжит ҡыҙы Һатбалова етәкләгән Ханты-Манси автономлиялы округы – Юграның «Югра башҡорттары» төбәк йәмәғәт йәштәр ойошмаһы эшләй һәм унда күптәр балалары менән дә килә.

Телһөйәрлек ғаиләнән башлана
Телһөйәрлек ғаиләнән башлана
Гөлсәсәк менән Илнур Әминевтарҙың ғаиләһендә өс бала үҫә. Ун йәшлек Батырхан Александр Пушкин исемендәге 1-се лицейҙың IV синыфында уҡый. Гитарала, ҡурайҙа уйнай. Бар яҡлап та өлгөр үҫмер төрлө эҙләнеү эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Йылайыр районының Һабыр ауылында йәшәүсе өләсәһе Гөлсинә Торомтаеванан каникулда ҡунаҡҡа барған ваҡытта туҙҙан һағыҙ ҡайнатырға өйрәнеп килә. Эҙләнеү эшенең проектында тап ошо темаға тотона. Ҡайын туҙы менән бергә Себер ҡарағасынан да айырым һағыҙ ҡайнатып ҡарай. Уңышлы килеп сыға һәм ҡала кимәлендә I урынды яулай.
Айһылыу ҙа рухлы башҡорт ҡыҙы булып үҫеп килә. Ул ағаһы уҡыған лицейҙың II синыфында белем ала. Әсәһе менән бергә стилләштерелгән түшелдеректәр, брошкалар эшләй һәм үҙҙәре йәшәгән ҡалала үткәрелгән конкурста еңеүсе була. Яңыраҡ Мәскәү ҡалаһында «Фәнгә тәүге аҙымдар» тип аталған конкурсҡа барып, үҙен лайыҡлы итеп күрһәтеп ҡайта. Милли биҙәүестәрҙе үҙе лә теләп төрлө сараларға таға. Матурлыҡҡа ғашиҡ ҡыҙ бәләкәс сағынан төрлө гүзәллек бәйгеләрендә лә ҡатнаша. Биш йәшендә «Башҡортостан гүзәле» конкурсында үҙенең йәштәштәре араһында Гран-при ала. Башҡорт телендә, интернеттан уҙғарылған шиғыр һөйләүселәр конкурстарында ла теләп ҡатнаша һәм бер ерҙә лә һынатмай. Оҫта ҡуллы әсәһе уға сәхнә өсөн милли стилдәге матур-матур күлдәктәр тегә. «Югра сувениры» тип аталған бейеү ансамбленә лә йөрөй өлгөр ҡыҙ. Биш йәшлек Байрас та ағаһы менән апаһынан ҡалышмай. 52-се балалар баҡсаһында ойошторолған төрлө конкурстарҙа теләп ҡатнаша.
 
Гөлдәр менән Рәфис Йәрмиевтарҙең ғаиләһендә лә өс бала үҫә. 8-се мәктәптең VII синыфында уҡыған Динислам ирекле көрәш менән шөғөлләнә. Радиотехника менән ҡыҙыҡһына. Буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә ярата. Үткән йылы Өфө ҡалаһында «Тамырым – башҡорт» төбәк-ара форумында уңышлы ҡатнашып, лагерҙа ял итеп ҡайта. Ошо уҡ белем усағының V синыф уҡыусыһы Динара 1-се музыка мәктәбенең бейеү бүлегендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Был төркөм менән Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә конкурстарҙа ҡатнашалар. Йәнә төрлө сараларҙа яңғыҙы «Оҙонсәс», «Тыпырҙаҡ» бейеүҙәре менән сығыш яһай. Биш йәшлек Илнара 10-сы «Тейенкәй» балалар баҡсаһына йөрөй. Ул да ағаһы менән апаһы кеүек уңған, аҡыллы ҡыҙ булып үҫеп килә. Йәйен ата-әсәһенең тыуған яғы – Ғафури районына ҡайтып Еҙем йылғаһында рәхәтләнеп һыу инеп, көс туплап килергә яраталар.
 
Нурзилә менән Илмир Ҡотлоғәләмовтарҙың ғаиләһендә лә өс бала тәрбиәләнә: Камила 42-се мәктәптең IX синыфында уҡый. Математика, инглиз, урыҫ телдәренән олимпиадаларҙа һынау тота. Мәктәптә ойошторолған вокал хорына йөрөй. Денис – III синыф уҡыусыһы. Йәйге каникулында Сибай ҡалаһында урынлашҡан «Тәхүә» мәсетенең балалар лагерына йөрөгән. Ә өс йәшлек Данил – 25-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Ҡотлоғәләмовтар ғаиләһе лә яйы сыҡҡанда Башҡортостанға ҡайтырға атлығып ҡына тора. Балалар Баймаҡ районының Моҡас ауылында йәшәүсе Филүрә Әшрәф ҡыҙына эйәреп ауыл мәсетенә йөрөй, олатай-өләсәйҙәре менән туған телдәрендә аралашалар һәм өлкәндәр ауыҙынан ишеткән мәҡәл һәм әйтемдәрҙе отоп алырға тырышалар.
 
Был барлыҡ малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә «Югра башҡорттары» ойошмаһы ярҙамында барлыҡҡа килгән, Ишембай ҡалаһынан күсеп килгән Ләйсән Наил ҡыҙы Сапрыгина ойошторған «Башҡорт телен өйрәнеү түңәрәге»нә йәкшәмбе һайын теләп йөрөй. Ул ҡаланың 2-се балалар китапханаһында үтә. Башҡорт телендә баҫылған ваҡытлы матбуғат, китаптар менән танышалар. Йәнә улар барыһы ла – ошо уҡ ойошмала төҙөлгән «Самрау» бейеү ансамбленең солистары. Башҡорт халыҡ бейеүҙәренә балаларҙы сығышы менән Ишембай районының Ғүмәр ауылы ир-уҙаманы Зөфәр Ғәлләмов өйрәтә. Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылынан килгән Фидәис Ғәниев әлеге ваҡытта балалар өсөн ҡурай түңәрәге лә асҡан. Малайҙар, үҫмер егеттәр ҡурайҙа уйнап сәхнәгә лә сығып өлгөргән. Йәнә йыл һайын Түбәнге Варта ҡалаһында уҙғарылған Башҡорт теле көндәрендә теләп ҡатнашалар, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәләр. Сит төбәктә лә үҙҙәренең телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен онотмаған башҡорт ғаиләләренә ҡарап һоҡланырға һәм «афарин» тип әйтергә генә ҡала.
 
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Телһөйәрлек ғаиләнән башлана
Телһөйәрлек ғаиләнән башлана
Телһөйәрлек ғаиләнән башлана
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас