Беҙҙең ғаилә йыл әйләнәһенә сәйәхәт итергә ярата. Төркиәлә дүрт тапҡыр булып ҡайттыҡ. Ижевск ҡалаһының зоопаркын барып күрҙек. Ҡазандың аквапаркында, Екатеринбургта балалар байрамында булдыҡ. Атайым үҙ машинаһында йөрөтә.
Башҡортостан буйлап та йөрөп сыҡтыҡ: Шүлгәнташ, Торатау, Нөгөш, Талҡаҫ, Яҡтыкүл, Ирәмәл – ҡайҙарҙа ғына булманыҡ. Красноусол һәм Мәсетлеләге балалар шифаханаларында каникулда һаулығыбыҙҙы нығыттыҡ. Үткән йәй Мәскәүҙе лә күреү бәхете тейҙе.
Ошо сәйәхәттәрҙе ойоштороусы өләсәйебеҙ Разифа Нәбиулла ҡыҙына – 73 йәш, Баймаҡта йәшәй. Уға оло рәхмәт һәм үҙенә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Розалиә ҠАРАҒОЛОВА,
V cиныф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы