– Мин уларҙы төрлө материалдарҙан эшләп ҡараным. Былары – эпоксид ыҫмаланан. Сәйләндән дә төрлө биҙәүестәр эшләргә яратам. Хәҙер барыһы ла милли биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирә башлағас, уларына ла тотонорға булдым. Бына ошондай һырғалар, муйынсаҡтар, брошкалар килеп сыҡты. Әле бына төҫлө ептәрҙән уйынсыҡтар яһай башланым. Улары ла матур ғына күренә, – ти ул йылмайып.
Заһиҙә Шөғөрова Әбйәлил районы Ишбулды мәктәбенең IV синыфында уҡый. Уҡытыусыһы үҙен маҡтап бөтә алмай.
– Эшкә бигерәк уңған инде. Төрлө конкурстарҙа һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар ғына яулай. Бар яҡтан да һәләтле ҡыҙ, – ти Вәсилә Исмәғил ҡыҙы Ғүмәрова.
Шөғөровтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Өлкән ҡыҙҙары Йәнгүзәл Өфө ҡалаһындағы дизайн колледжының II курсында белем ала. Ул да – уҡыу йортоноң төрлө конкурстар еңеүсеһе, һүрәт төшөрөргә ярата, һәр эштә әүҙемлек күрһәтә. Динислам да гәзитебеҙ үткәргән бәйгеләрҙә ихлас ҡатнаша. Ул IХ синыфта уҡый, әле имтихандарға әҙерләнә.
Атай-әсәйҙәре балаларының һәләттәрен үҫтереү өсөн бар тырышлығын һала. Гүзәлиә Ансар ҡыҙы Ишбулды һәм Хәлил мәктәптәрендә башҡорт теленән белем бирә. Атайҙары Рөстәм Рафиҡ улы Магнитогорск ҡалаһында эшләй.
– Һәр бала ла һәләтле. Уны күрә белергә, ваҡытында ярҙам итергә кәрәк. Беҙҙең балалар бер минуттарын да буш үткәрмәй. Ғаиләбеҙ менән әҙәби китаптар уҡырға, сәйәхәт итергә әүәҫбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә ғилми эштәр яҙырға яратабыҙ. Бергәләп эҙләнәбеҙ, төрлө мәғлүмәт туплайбыҙ. Шул саҡтарҙа күпте белеп ҡалабыҙ. Ҡорот, уны нисек яһауҙарын өйрәнгәндә генә әллә күпме ҡыҙыҡлы факттарға тап булдыҡ. Заһиҙә ҡыҙым йәнһүрәттәр ҙә эшләй. Динислам инде атаһының уң ҡулы, гел уның янында. Бесәнен дә саба, эштән ҡурҡмай. Йәнгүзәл бәләкәйҙән шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнашты, һәр ҡайҙа ла алдынғы булды. Колледжда ла ижадҡа юл яра, – тип ҡыуана әсәйҙәре.
Шөғөровтарға һоҡланмау мөмкин түгел. Бар яҡтан да килгән был ғаиләне ауылдаштары ла хөрмәт итә. Күптәргә өлгө бит улар!