Әсәйем бешеренергә, бәйләргә ярата. Беҙҙең мәктәптән ҡайтҡанды тәмлекәстәре менән көтөп кенә тора.
Мине лә ул туҡмас ҡырҡырға, ҡоймаҡ ҡойорға, бәлеш һәм башҡа тәмлекәстәр бешерергә өйрәтә. Ул тағы ла күп кешеләрҙең һорауы буйынса тәмле бәлеш, ғөбәҙиә бешерә. Һуңғы арала ҡәҙерлем милли биҙәүестәр менән дә ҡыҙыҡһына башланы. Барыһын да үҙ аллы эшләргә өйрәнде. Хәҙер инде алҡа, сулпы, этноэләктергес, беләҙек, маңлайса, селтәр-түшелдеректәр эшләй. Бик матур килеп сыға. Һәр эшенә һөйөнөп баға. Уның яратҡан шөғөлдәре шундай күп булғанына мин дә ҡыуанам. Әсәйемә артабан да уңыштар, һаулыҡ теләйем.
Әсәй, һине етеп килгән 8 Март байрамы менән ҡотлайым!
Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.