-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
4 Март , 12:05

Әсәй, мин һине яратам!

Донъялағы иң наҙлы, иң яғымлы кеше  ул — минең әсәйем. Көн һайын иртәнсәк  мәктәпкә мине иркәләп, арҡамдан һөйөп кенә уята.

Әсәй, мин һине яратам!
Әсәй, мин һине яратам!

Ә  уҡыуҙан ҡайтыуға өйҙә тәмле аштар бешереп көтөп тора. Әсәйем өйҙә булмаһа, ныҡ ҡыйын, күңелһеҙ. Ҡасан ғына ҡайта, тип түҙемһеҙләнеп көтәм.

Урамда балалар менән уйнап ҡайтҡас,  әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итергә тырышам. Әсәйем ҡыуанып ҡына йәшәһен өсөн мин тырышып уҡыйым, спорт менән шөғөлләнәм. Әсәй, гел шулай ҡояш һымаҡ, йылмайып ҡына йәшә, йәме! Мин һине  яратам!

 

Илсур МЫРҘАБУЛАТОВ, I cиныф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас