Ул — донъяла иң матуры, иң яғымлы, иң изге күңелле кеше. Өс апайыма, миңә һәм бер ҡустыма ғүмер бүләк иткән оло йөрәкле әсәйемде бик ныҡ яратабыҙ. Уға рәхмәтлебеҙ! Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхет теләйбеҙ!
Уңыштарыбыҙ менән ҡыуандырып ҡына йәшәргә тырышабыҙ. Әсәй, гел шулай шат һәм бәхетле йәшә!
Алиса БАЙҒУЖИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Һамар мәктәбе.