

Әсәйемдең эше бик яуаплы: ул – мәктәп директоры. Үҙен уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа хөрмәт итә. Эше ауыр булыуына ҡарамаҫтан, ул бер ҙә зарланмай. Әсәйем өсөн иң мөһиме – ғаилә. Ә беҙҙең ғаиләбеҙ ҙур. Дүрт баланы аяҡҡа баҫтырыу, тәрбиәләү – үҙе бер оло хеҙмәт. Мәктәптән ҡайтҡас, әсәйемдең өйҙә икенсе «эше» башлана. Ҡайһы саҡта аптырайым: нисек көн һайын шул тиклем күп эш башҡарып өлгөрә икән? Беҙгә тәмле итеп ашарға бешерә, өйгә эштәрҙе үтәргә ярҙам итә... Мин уға ысын мәғәнәһендә һоҡланам.
Һин, әсәй, ғүмеремдең иң яҡты йондоҙо, иң йылы ҡояшы. Байрам менән! Һәр көнөң шатлыҡҡа тулһын, күҙҙәреңдән ҡыуаныс нурҙары сәселһен! Һин булғанға мин бәхетле! Һин булғанға йәшәү мәғәнәһе лә бар.
Гөлсөм ҒӘЛИНА, IX синыф уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.