

Исеме есеменә тура килә. Ул — аҡыллы, матур, уңған әсәй. Ул стоматология бүлегендә администратор булып эшләй. Ул беҙҙе һәр ваҡыт тәмлекәстәр менән һыйлай. Мин дә әсәйемә өй эштәрендә ярҙамлашам. Иртән торғас, урынымды йыйыштырам, һауыт-һаба йыуышам, ҡустыларымды ҡарашам. Ял көндәрендә ғаиләбеҙ менән күңелле ял итәбеҙ, бергәләп дәрестәрҙе әҙерләйбеҙ.
Мин әсәйемде бик-бик яратам. Ҡәҙерлемә һаулыҡ теләйем, йөҙөнән йылмайыу китмәһен, байрамың менән, әсәй!
Айназ ВӘЛИТОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.