Ғаилә усағы
7 Март , 22:50

Һин — беҙҙең ҡояшыбыҙ!

Минең әсәйемдең исеме — Розалиә. Ул — гимназияла башланғыс  синыфтар уҡытыусыһы.

Һин — беҙҙең ҡояшыбыҙ!Һин — беҙҙең ҡояшыбыҙ!
Һин — беҙҙең ҡояшыбыҙ!

Әсәйем бик тырыш, үҙенең эшенә талапсан, уҡыусыларын  да ныҡ ярата. Өйҙә лә уңған хужабикә. Ул бик күп эшләй, тәмле аштар бешерә, бәйләргә, тегергә ярата, өйҙө лә  бөхтә тота.
Мин дә уға ярҙамлашам: һауыт-һаба йыуышам, туҙандарҙы һөртәм. Ял көндәрендә ғаиләбеҙ менән күңелле ял итәбеҙ. Ауылға өләсәй-олатайымдарға ҡайтабыҙ, уларға ла ярҙам итәбеҙ.
Ҡәҙерлемә оҙон ғүмер теләйем. Байрам менән, әсәкәйем!

Данис ЙӘЛИЛОВ, III синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас